Тегеү производствоһы менән танышыуҙы беҙ әйбер бесеү цехынан башланыҡ. Технолог Гөлнара Фәтихова күсермәле бесеү машинаһының эше менән таныштырҙы һәм уның деталдәр киҫеү өсөн ҡулланылыуы тураһында һөйләне. Беҙ был эштең барышын ҡыҙыҡһынып күҙәттек, ул ысынлап та мауыҡтырғыс.
Һуңынан беҙҙе тегеү цехы ҡаршыланы. Цех мастеры Эльвира Ғәбитова бесеү цехынан килгән деталдәрҙең нисек эшкәртелеүе һәм ялғаныуын, һуңынан уларҙан әйберҙәр тегелеүен ентекләп күрһәтте. Беҙ нәҙек кенә мел һәм һабын ярҙамында деталдәргә ярҙамсы билдәләрҙең һыҙылыуын да күрҙек.
Цех универсаль һәм махсус машиналар, автоматтар һәм ярымавтоматтар менән тулыландырылған. Һуңынан беҙ эшкәртеү цехында һәм әҙер продукцияны контролләү бүлегендә булдыҡ. Уларҙа әйбер тулыһынса аҙаҡҡы формаһын ала.
“Ҡыйғы тегеү фабрикаһы” ЯСЙ-һы директоры Валерий Харисов беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә, әгәр тегенсе һөнәрен һайлап фабрикала эшләргә теләһәк, беҙгә ихтибарлылыҡ, йыйнаҡлыҡ һәм түҙемлелек кеүек сифаттар талап ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ тегенсе һөнәренең ҡыҙыҡлы булыуынан тыш, хәҙерге көндө хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланыуына ла баҫым яһаны. Экскурсия бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
А. Вәлиәхмәтова, Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.