Слетҡа республиканың егерменән ашыу район һәм ҡалаларынан уҡыусылар йыйылды. Ҡыйғы районынан Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Г. Йәнгирова етәкселегендә Ольга Федорова, Гөлназ Сафина (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы), Азалия Сөнғәтуллина, Милена Минһажева һәм Эльвина Ғәйфуллина (2-се урта мәктәп), Сәлимйән Яруллин (Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбе) Аилия Абзалова (Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе) – барлығы һигеҙ кешенән торған делегация ҡатнашты.
Слет Өфө районының “Зарянка” һауыҡтырыу лагерында үтте. Асыу тантанаһында слеттың үҙидара органдары һәм структураһы: отрядтар, кураторҙар Советы, отряд лидерҙары һәм лидерҙар советы, эксперттар һәм эксперттар советы төҙөлдө. Һуңынан уҡыусыларҙың шәхес булараҡ формалашыуына ҡағылышлы һәр төрлө мәсьәләләр ҡаралған дискуссия клубтары эш башланы. Ойоштороусылар Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте проекттарына презентация яһаны һәм ойошма эшмәкәрлегенең йүнәлештәре менән таныштырҙы.
Икенсе көн дә бай йөкмәткеле үтте. “Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте муниципаль штабтарына ойоштороу-етәкселек итеү проекттары нигеҙҙәре” темаһына асыҡ лекция уҙғарылды. Һуңынан отрядтар үҙ проекттарын тәҡдим итте, үҙ райондарында һәм мәктәптәрендә был хәрәкәтте үҫтереү юлдарын күрһәтте. Ошо көндө эшлекле инициативалар конкурсы башланғыс алды, еңеүсе проект 2019 йылда бар республика буйынса тормошҡа ашырыласаҡ.
Слетта ҡатнашыу беҙҙең барыбыҙға ла бик оҡшаны, бик күп яңылыҡ менән таныштыҡ, проектлау, күп төрлө сараларҙы ойоштороу, етәкселек итеү буйынса тәжрибә йыйҙыҡ һәм үҙебеҙҙең белемебеҙ, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте буйынса тәжрибәбеҙ менән райондағы тиңдәштәребеҙ менән бүлешә аласағыбыҙға шатбыҙ.
Беҙгә слетта ҡатнашырға ярҙам итеүселәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
А. Абзалова, Түбәнге Ҡыйғы ауылы урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.