Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2018, 12:56

БЕҘ БИК БОРОНҒО ҺӘМ ҘУР ХАЛЫҠ 3 бүлек

(Дауамы. Башы 89-сы һәм 91-се һандарҙа.) Минең уйымса, Ҡыйғы халҡы иң башта Кәжегер тауы битләүенә урынлаша. Был бик матур һәм уңайлы урын була, бигерәк тә боронғо ваҡытта: бейек тау әсе елдәрҙән һаҡлай, эргәлә генә – һунар итергә бай урман (риүәйәттәр һөйләүенсә, кәзә күп була, “Кәжәле тау” йәки “Кәжегер” исеме лә шунан алынған). Төҙөлөш өсөн материалдар ҙа эргәлә генә, тау берәр быуатлыҡ шыршы, ҡарағайҙар менән ҡапланған була. Әйткәндәй, һуңыраҡ улар мәсеттәр һәм Ҡыйғының байыраҡ кешеләренең йорттарын һалыуға тотонола. Иҫәп буйынса 5-се мәсет 1911 йылда төҙөлә.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ балыҡҡа бай, мул һыулы киң йылға ярында урынлаша. Был хаҡта Ҡыйғы йылғаһынан алып Ҡарайлы йылғаһына тиклемге һәм һабантуй урынындағы яр һыҙаттары һөйләй. Элеккеләрҙең һөйләүе буйынса, йылға үткән быуаттың 20-се, 30-сы йылдарында ғына ла киң һәм тәрән була. 200–250 йыл элек Ҡарайлы йылғаһы артындағы Түбән оста үтеп сыҡҡыһыҙ, тәрән һәм батҡыл һаҙ ята.
Йылға бер нисә тапҡыр үҙенең ағышын үҙгәрткән. 90-сы йылдар башында һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ибраһим ағай Саҙретдинов мине үҙенең “асышын” күрһәтергә саҡырҙы. Беҙ Колхоз урамы халҡының картуф баҡсалары артындағы ҡаршы ярға килепсыҡтыҡ. Ярҙан буйынан 1,5–2,0 метр алыҫлыҡта үткән арба юлы уйылып төшкән, тәрән соҡор барлыҡҡа килгән һәм яр буйлап ҙур ярыҡ һуҙылып киткән. Ибраһим ағай үҙенең “асышын” – ҡыҙыл кирбестән һалынған йорт мейесенмелер, әллә кирбес яндырыу өсөн эшләнгән мейестеме күрһәтте. Кирбестәре ҡалын, ауыр һәм ниндәйҙер билдәһеҙ тамғалар менән ине. Беҙ шундай һығымта яһаныҡ: йылғаның үҙәне ҡасандыр Кәжегер тауына яҡын булған, ә уның әлеге аҡҡан урынында йорттар урынлашҡан булған.
Үрге ос һәм түбәнге ос, уйымса, ХVIII быуаттың уртаһында йә иһә һуңында барлыҡҡа килгән. Яҡында Урал заводтары төҙөлөү, сауҙа үҫешеү һәм Бөрө һәм Байҡы тракты (Себер почта тракты) һалыныу сәбәпле, Үрге Ҡыйғы ауылы йылдам үҫә. Ҡыйғы ауылы сауҙа юлдарының киҫешенә тура килә, урындағы татарҙар башҡа йөкләмәләр менән бер рәттән ылау йөкләмәһен дә үтәй. Улар Урал аръяғына һәм Себергә тауар ташый. Үрге Ҡыйғы ауылында ла, был яҡтың башҡа ауылдарында кеүек, һәр шәмбе баҙар үтә, йылына ике тапҡыр яҙғы һәм көҙгө йәрминкәләр уҙғарыла. Әйткәндәй, йәрминкәләр Кәжегер тауы аҫтында үткән. Бында хатта Урта Азиянан да дөйә менән сауҙәгәрҙәр килә. Мәҫәлән, ХХ быуат башында ҡырғыҙ милләтле һатыусылар килгән булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре, беҙҙең яҡты үҙ итеп, йәшәргә тороп ҡала һәм урындағы башҡорт халҡы менән ҡатнашып китә. Уларҙың тоҡомдары әле Ҡыйғы районы Сағыр һәм Ҡолбаҡ ауылдарында йәшәүселәр араһында осрай.
Р. Асҡаров, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. М. Хәлиуллин һүрәттәре.

Читайте нас: