Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2018, 12:35

ГЕРОЙҘЫҢ ДАНЫ МӘҢГЕЛЕК

14 ноябрҙә Советтар Союзы Геройы Дмитрий Серггеевич Ракшиндың тыуыуына 105 йыл тулды.

Район гәзитендә уның тормошо һәм батырлығы хаҡында материалдар күп баҫылып сыҡты. Ваҡытында яҡташ геройыбыҙ хаҡында материалдар йыйыу һәм уның исемен мәңгеләштереү буйынса журналист А. Бондаренко, Ләүзә урта мәктәбе директоры В. Поляков һәм башҡалар күп эштәр башҡарҙы. А. Бондаренконың Д. Ракшиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға, 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 50 йыл тулыуға арнап яҙған “Билдәһеҙ Ракшин”, “Ҡыйыулыҡҡа һәләтле” мәҡәләләрендә геройҙың һәм ғаиләһенең, яҡындарының тормошо һәм яҙмышы яҡтыртылды.
Герой яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген ул эшләгән һәм йәшәгән урындарҙа ла хөрмәт итәләр. Бакал ҡалаһында, мәҫәлән, шулай уҡ Ләүзә ауылында ла уның исем- фамилияһын йөрөткән урамдар бар. Бакал һәм Һатҡы ҡала музейҙарында һалдаттың батырлығы хаҡында һөйләгән стендтар урынлаштырылған. Һатҡы районының Ельничный ҡасабаһында Дмитрий Сергеевичтың ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған. Бакал ҡалаһының Еңеү скверы обелискында уның исеме мәңгеләштерелгән, Ләүзә ауылында стела, мәктәп бинаһының алғы яғына мемориаль таҡта ҡуйылған.
2015 йылда Ҡыйғы район Советы ҡарары менән район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына Ҡыйғы районында тыуып үҫеп, Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән яҡташыбыҙ – Советтар Союзы Геройы Д.С. Ракшиндың исеме бирелде. Әлбиттә, музейҙа иң төп стендтарҙың береһе яҡташ Геройға арналған. Уның тураһында бай материал тупланған, әммә инициативалы, үҙ халҡын һәм халҡы тарихын яратҡан кешеләр ярҙамында яңы материалдар, иҫтәлектәр өҫтәлеп тора. Шундай кешеләрҙең береһе – Ләүзә ауылында тыуып үҫеп, Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһында йәшәүсе Шастина Евгения Григорьевна. Ул юҡҡа сыҡҡан ауылдар һәм уларҙа йәшәгән халыҡ яҙмышын өйрәнә. Быйыл Е. Шастина музейға үҙе туплаған, тарихи яҡтан бик ҡиммәтле булған материалдарҙы бүләк итте. Улар араһында – Ләүзә ауылы һәм уның кешеләре хаҡында 295 битлек ҡулдан яҙылған ҙур китап, ”Минең тыуған Обуховкам” (Ләүзә ауыл советы территорияһынан юҡҡа сыҡҡан ауыл) тип аталған генеалогик йыйынтыҡ, Иван Меньшиков (Ләүзә ауылында тыуған яҙыусы, шағир, журналист) хаҡында “Үлемһеҙлек” һәм “Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин хаҡында туғандарының һәм дуҫтарының иҫтәлектәре” материалдары. Геройҙың туғаны Воронина Галина Матвеевнаның ғаилә фотографиялары, хәтирәләре, шулай уҡ балалыҡ дуҫы Пахтусов Василийҙың иҫтәлектәре ҙур баһаға эйә. Улар Геройҙың биографияһы, мәктәп һәм үҫмерлек йылдары хаҡында һөйләй, уның холҡон һәм образын тулыраҡ асырға ярҙам итә. Беҙ Евгения Григорьевнаға башҡарып сыҡҡан эше һәм тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бар материалдар менән район музейында һәм музейҙың сайтында: kigimuseum.ru танышырға мөмкин.
Р. Мирғәлин, Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.

Читайте нас: