Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ноябрь 2018, 14:20

Өфө янындағы ҡасабаларҙа яңы фельдшерлыҡ пункттары һалына

Башҡортостандың баш ҡалаһы янындағы ҡасабаларҙа ташландыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынында яңыларын төҙөү күҙаллана. Тикшереү һөҙөмтәләре 10-лаған фельдшерлыҡ пунктының аяныс хәлдә булыуын күрһәтте.

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың баш ҡалаһы янындағы ҡасабаларҙа ташландыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттары урынында яңыларын төҙөү күҙаллана. Тикшереү һөҙөмтәләре 10-лаған фельдшерлыҡ пунктының аяныс хәлдә булыуын күрһәтте.
«Мокроусов ауылында медицина учреждениеһы шәхси бинала урынлашҡан, унда канализиция һәм бәҙрәф юҡ. Пациенттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн көнөнә бер тапҡыр башҡа фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәре килә. Нуғай һәм Зинин медицина пункттары ла ремонт талап итә. Никольское ауылында (Орджоникидзе районы) фельдшер-акушерлыҡ пункты вагонға оҡшаған. Ә 530 кеше йәшәгән Иҫке Александровкала медицина учреждениеһы бөтөнләй эшләмәй», — тип һөйләне ҡала хакимиәтенең халыҡтың һаулығын һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров Өфө мэрияһындағы кәңәшмәлә.
Территориаль яҡтан Башҡортостандың баш ҡалаһына ҡараған ете ауылда яңы биналар һалырға кәрәк. Халыҡтың һанына һәм яҡындағы медицина объектына тиклемге араға ҡарап, был йә фельдшер-акушерлыҡ пункты, йә табип амбулаторияһы була. Баш ҡала хакимиәте етәксеһе Өлфәт Мостафин тикшереү йомғаҡтары буйынса «Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты» дәүләт унитар предприятиеһы директоры Марат Вәсимовҡа проблемалы объекттарҙы ентекле тикшерергә, проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушты.
«Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ремонтлауға һәм төҙөүгә күпме аҡса кәрәклеге тураһында мәғлүмәт әҙерләгеҙ, финанс-иҡтисад бүлеге менән бергә ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн аҡса эҙләрбеҙ», — тип билдәләне Өлфәт Мостафин.
Читайте нас: