ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында 21 ноябрҙә 28 метрлыҡ шыршы ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән. Урман ҡупшыҡайын Нуриман районынан алып килгәндәр. Яҡын көндәрҙә шыршыны гирляндалар һәм уйынсыҡтар менән биҙәү, ә майҙанда боҙ ҡаласығын төҙөү башлана.
Икенсе төп майҙансыҡта — Ленин исемендәге майҙанда — шыршы бөгөн, 22 ноябрҙә үҙенең ғәҙәти урынын ала.
Ҡала Яңы йыл байрамына көндән-көн нығыраҡ үҙгәрә — күп кенә сауҙа предприятиелары шыршылар ҡуйған, витриналарҙы, бутиктарҙы биҙәү башланған. Кәйеф булдырыуға иллюминация ла булышлыҡ итә. Уны 25 ноябрҙә ҡабыҙыу күҙаллана.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфө хакимиәте Яңы йылға боҙ ҡаласыҡтары төҙөлгән урындарҙың исемлеген баҫтырып сығарҙы.