Земфира Бәйтулла ҡыҙы (һүрәттә) Зөләйха һәм Бәйтулла
Шәғәлимовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Уның ата-әсәһен ауылдаштары эшһөйәр
һәм кешелекле булғандары өсөн хөрмәт итә, улар бар халыҡ менән бергә һуғыш һәм унан һуңғы
ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә күтәрә. Ғаилә уҡырға яратыусан була, тәүге ҡыҙҙарына А. Пушкин
героиняһының исемен (“Сиғандар” поэмаһы) – Земфира тип ҡуша. Уларҙан ҡыҙға ла китапҡа һөйөү
күсә, үҫеп еткәс, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә.
Ғаиләлә тәүге бала – тәүге шатлыҡ ҡына түгел, ҡусты-һеңлеләренә таяныс, ярҙамсы, яҡлаусы һәм һаҡлаусы ла. Ҡыҙыҡай мәктәптә тик “бишле”гә генә уҡый, уға бигерәк тә гуманитар фәндәр оҡшай. Шуның өсөн уның уҡытыусы һөнәрен һайлауы береһен дә аптырауға һалмай. Абзай урта
мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башлай, ҡасандыр уның күңеленә был изге һәм ҡатмарлы һөнәргә ҡарата оло һөйөү уятҡан уҡытыусылары йәш һәм эшсән ҡыҙҙы шатланып үҙ ьсафына ҡабул итә. Уның юлын
һеңлеләре лә һайлай: Зөлфиә Теләүғолова Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында мәктәп директоры, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була; Гөлшат Кәлимуллина Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Ғаилә башлығы Р. Ҡотопов вузда уҡыуын тамамлағас, уны Үрге Ҡыйғы ауылына эшкә ебәрәләр
һәм ғаилә район үҙәгенә күсеп килә. Земфира Бәйтулла ҡыҙы Ҡыйғы халыҡ депутаттары советына эшкә күсерелә һәм башҡарма комитеттың эштәр башҡарыусыһы вазифаһына тәғәйенләнә. Әммә яратҡан һөнәре уны үҙенә тарта һәм урындағы башҡарма комитетта үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбенә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, рус теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып күсә. 1995 йылда мәктәп коллективы уны директор итеп һайлап ҡуя. Яңы мәктәп бинаһын төҙөү буйынса эштәрҙе башлап ебәреү хәстәрлектәре уның иңенә
төшә, етәксе булараҡ, уға бик күп тырышлыҡ һәм көс һалырға тура килә. Был йылдарҙа шулай уҡ 2-се һанлы урта мәктәп республиканың төньяҡ-көнсығышында Р. Ғарипов исемендәге Республика
башҡорт гимназияһының терәк мәктәбе булды. Гимназия вәкилдәре мәктәп базаһында һәр
төрлө олимпиадалар, тестар, ҡабул итеү имтихандары үткәрҙе.Мәктәп уҡыусылары гимназия
тарафынан үткәрелгән төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Күп кенә уҡыусылар был белем усағына уҡырға инеп, унда уҡыуҙарын дауам итте. Өфө урман техникумы менән ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек ойошторолғайны.Техникум уҡытыусылары һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлеге
буйынса мәктәпкә йыш булдылар.
Белем биреү системаһында реформалар башланған ауыр мәлдә директор яңы башланған
инновацион технологияларҙы индереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарҙы. Бигерәк тә производствола уҡытыу эшенең матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн ауыл хужалығы машиналары, шул иҫәптән яңы “Беларусь” тракторы,тәгәрмәсле трактор, йөк машинаһы алынды.
Земфира Бәйтулла ҡыҙын талапсан, тура һүҙле, ныҡышмалы булғаны өсөн хөрмәт иттеләр һәм
ул башҡа уҡытыусыларҙан һәм хеҙмәткәрҙәрҙән дә эшкә шундай ҡараш талап итә белде. Бар
күрһәткестәр буйынса ла мәктәп яҡшылар иҫәбендә булды, бында, әлбиттә, етәксенең тырышлығы
ҙур ине. Земфира Бәйтулла ҡыҙының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ та уңыштары
байтаҡ, уҡыусылары сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшыра, конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа даими ҡатнаша торғайны. Уның тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, район хакимиәте, район мәғариф бүлеге маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Белем биреү өлкәһендәге хеҙмәте өсөн “Рәсәй Федерацияһының алдынғы дөйөм
белем биреү хеҙмәткәре” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән.
Бөгөн З. Ҡотопова хаҡлы ялда, әммә ул мәктәп менән бәйләнешен өҙмәй, мәктәп ветерандары
Советы рәйесе булып тора. Тәрбиәүи сараларҙа йыш ҡатнаша, йәш коллегаларына кәңәштәр
бирә.
Земфира Бәйтулла ҡыҙы –бәхетле әсәй, ҡәйнә һәм өләсәй. Үҙ балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, яҡындарының һөйөүен, ихтирамын тойоп йәшәй. Халыҡ- ара әсәйҙәр көнөндә улар үҙ әсәләренә ғүмер бүләк иткән, тормошто яратырға, донъяға асыҡ һәм шатланып ҡарарға өйрәткәне өсөн рәхмәт әйтерҙәр.