Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2018, 13:37

ӘСӘ БУЛЫУ – ОЛО БӘХЕТ

Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә иң яҡты байрамдарҙың береһе билдәләнә – беҙ һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле һәм ғәзиз, донъяла берҙән-бер булған, беҙгә ғүмер бүләк иткән әсәйҙәрҙе тәбрик итәбеҙ. Әсә булыу – ҡатын-ҡыҙҙың иң төп һәм изге бурысы. Күпселек ҡатын- ҡыҙ уны намыҫлы башҡара. Бәхет һәм именлек хөкөм һөргән татыу ишле ғаиләләрҙең күплеге – быға сағыу дәлил. Беҙҙең республика киләсәк быуынды тәрбиәүләүҙә күп балалы әсәләрҙең ҙур ролен иҫәпкә алып, уларҙы “Әсәлек даны“ миҙалы менән бүләкләй. Күптән түгел тағы ла бер райондашыбыҙ – Үрге Ҡыйғы ауылынан Әлфиә Закирова ошо миҙалға лайыҡ булды.

Әлфиә Ҡаһир ҡыҙы Ҡыйғы юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләй, ул водителдәрҙе рейс алдынан медицина тикшереүен үткәрә, шулай уҡ заправкалаусы вазифаһын башҡара. “Баҫалҡы, мөләйем, тырыш хеҙмәткәр,” – ти уның хаҡында хеҙмәттәштәре. Әммә уның күп балалы әсә лә булыуын барыһы ла белеп еткермәй. Ул ике улына һәм өс ҡыҙына ғүмер бүләк иткән. “Фаил, Азалия, Ратмир, Камилла, Сабрина,” – тип исемдәрен һанай ҙур ғорурлыҡ менән. Ата-әсәнең төп терәге һәм ярҙамсыһы, ғаиләләге өлкән бала Фаилға 17 йәш, ул Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалында белем ала, иң кескәй Сабринаға ике йәш тулған.
Фәрит менән Әлфиә 17 йыл элек ғаилә ҡорған. Улар татыу һәм дуҫ йәшәйҙәр, киләсәккә өмөттәре ҙур, күңелһеҙ уйҙарға бирелеп ултырырға ваҡыттары ла ҡалмай. Үҙ көстәре менән һалып ингән ҙур өйҙә, балаларға уңайлы һәм яҡшы булһын өсөн, бар нимә лә бар.
– Тормош иптәшемдән уңдым, ул да юл төҙөү- ремонтлау идаралығында эшләй. Ғаиләнең төп туйындырыусыһы булып тора, хужалыҡта бар эште башҡара, балаларҙы ихлас ярата һәм хәстәрләй, – тип һөйләй хужабикә.
Өйҙөң йәме – балалар, тип иҫәпләй Закировтар. Улдары һәм ҡыҙҙары улар өсөн йәшәүгә көс биреүсе, ғаилә бәхетенең мәғәнәһе булып тора.
– Ҡай саҡ эштән бик арып ҡайтып, креслоға ултыраһың, ҡулға бер эш бармай, – тип дауам итә Әлфиә, – шул саҡ ҡыҙың йәки улың йүгереп килеп, күҙҙәренән осҡондар сәсрәтеп, көндөҙ булған ниндәйҙер яңылығы хаҡында һөйләй башлаһа, бар арыу- талыуҙарың онотола, балаңдың ҡосаҡлап алыуынан көс-ҡеүәт өҫтәлә, уның менән аралашып, донъяла үҙ балаларыңдан да ҡәҙерлерәк бер нимә лә булмауын аңлайһың.
Фәрит менән Әлфиә үҙҙәре лә ишле ғаиләләрҙән, шуның өсөн бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫкәндәр. Тәү ҡарауҙан Фәрит Сабир улының ҡулынан килмәгән эш юҡлығы күҙгә ташлана: ул төҙөлөш эшен дә, хужалыҡты алып барырға ла белә. Әлфиә Ҡаһир ҡыҙы – оҫта хужабикә, йорт эсе күркәм, өҫтәл тулы аш-һыу. Ҡыҫҡаһы, ата менән әсә балалары өсөн һәр яҡтан өлгө булып тора, уларҙы эшһөйәр һәм татыу итеп тәрбиәләй.
Йорт мәшәҡәттәре бөткөһөҙ булыуына ҡарамаҫтан, Закировтар ял итергә лә өлгөрә. Балалар менән бергә тәбиғәт ҡосағына сығырға, ғаилә байрамдарын үткәрергә яраталар.
Күп балалы әсә әйтеүенсә, яҡшы балалар үҫтереүҙең махсус сере юҡ. “Уларҙы ысын күңелдән яратырға кәрәк. Ашатыу һәм кейендереүҙән тыш, улар менән һәр саҡ һөйләшергә, кәңәшләшергә, барлыҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итергә, фекерҙәрен тыңлай һәм аңлай белергә, үҙ балаларыңа сикһеҙ ышанырға кәрәк,” – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша
Ә. Закирова. Н. Нәғимов. Автор фотоһы.

Читайте нас: