Әсәй бит ул – һәр кешегә
Ғүмер бүләк итеүсе.
Әсәй тиеп әйтеү менән
Донъя нурға күмелә!
Әсәләр көнө яҡынлаша. Минең дә ошо уңайҙан үҙемдең иң ҡәҙерле кешем тураһында яҙып үткем килә. Башымда миллион уйҙар тыуҙы: әсәйем тураһында ҡайһы һүҙҙәр менән башлаһам да, уға ниндәй генә йылы һүҙҙәр әйтһәм дә, аҙ булыр төҫлө.
Әсәйем Һиҙиәтуллина Баныу Хәйернас ҡыҙы (һүрәттә) Ҡыйғы районы Йонос ауылында тыуып үҫеп, хәҙер инде 48 йыл Арыҫлан ауылында ғүмер кисерә.
Ул күп балалы ғаиләлә 7 иркәһенә иң оло апай, уларға терәк- таяныс булып, ата-әсәһенә ярҙамсы, тәүфиҡлы ҡыҙ бала булып үҫә. 33 йыл ғүмерен һатыусы һөнәренә бәйләй, намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. II дәрәжә Әсәлек даны миҙалына лайыҡ булған.
Атайым Һиҙиәтуллин Радис Хәким улы менән 48 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә атайым гүр эйәһе. Улар беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итеп, тәрбиә, юғары белем биреп, матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙылар, көслө булырға, килеп тыуған ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәттеләр.
Әсәкәйем минең оло йөрәкле кеше, иҫ киткес эшһөйәр, бер минут та тик ултыра белмәй. Аш- һыуға бик оҫта, уның күпереп бешкән икмәктәре, бауырһаҡтары, тигеҙ генә йәйеп ҡырҡҡан һалмалары, ҡасан ғына ҡайтып инһәң дә, боҫрап торған самауыры, мейес өҫтөндәге аштары - уның уңғанлығына дәлил. Ә баҡсаһына килеп керһәң, ниндәй генә емеш-еләк юҡ! Ҡайнатмалары, салаттары, компоттары – һәммәһе лә телеңде йоторлоҡ була. Ә уның йырлаған йырҙары үҙәккә үтеп инерлек – бик моңло тауышҡа эйә. Бына шулай һәр яҡтан да уңған, талантлы минең әсәйем.
Беҙҙең балаларҙы – ейән- ейәнсәрҙәрен күҙ ҡараһылай күреп үҫтергән, йәй буйына уларҙы үҙ янына йыйып, уларҙан йыуаныс-ҡыуаныс тапҡан оло йөрәкле өләсәй ҙә ул. Балалары һәм ейәндәре тип өҙөлөп тора, тәрбиә бирә, ярҙам итә.
Әсәкәйем, һине ысын күңелдән Әсәләр көнө менән ҡотлайым. Киләсәк тормошоңда һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер теләйем, һәр ваҡыт шулай алсаҡ, матур булып ҡал. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!
Көн һайын Хоҙайымдан әсәйемә оҙон ғүмер, бәхет һорайым, сөнки әсәйем бәхетле икән, тимәк, мин дә бәхетле!
Регина Әхмәтйәнова, Мәсетле районы Иҫке Мишәр ауылы.