Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2018, 13:55

ЯРТЫ БЫУАТ ИСЛАМ ЮЛЫНДА

Түбәнге Ҡыйғы ауылында урындағы мәсеттең төҙөлөүенә 25 йыл тулыуға арналған байрам булып үтте. Ауыл халҡын был күренекле ваҡиға менән ҡотларға урындағы хакимиәт вәкилдәре, юғары дин әһелдәре, БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аллаһ йортон күтәреүгә ярҙам итеүселәр килде.

Түбәнге Ҡыйғы ауылының тарихы алыҫ үткәндәргә барып тоташа, был ауылда биш мәсет эшләүе, шул иҫәптән собор мәсете булыуы хаҡында белешмәләр һаҡланып ҡалған. Егерменсе йылдарҙа улар юғарынан килгән бойороҡ буйынса ябыла, дин тотоу тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ дингә тоғро ҡала, шәхси йорттарға йыйылып, мосолман йолаларын башҡара, намаҙ уҡый. Имам-хатип Вәҡиф Таһировтың ҙур тырышлығы, ойоштороу оҫталығы һәм инициативаһы ярҙамында 1992 йылда яңы мәсет бинаһына нигеҙ һалына. Йыл ярым тигәндә манаралары ҡалҡып сыға һәм ауыл халҡы аҙан тауышын ишетә. Һәм бына сирек быуат инде дингә тотоусыларҙың барыһы өсөн дә уның ишектәре асыҡ. Имам-хатип Вәҡиф Таһир улы республиканың төньяҡ-көнсығышында абруйлы дин әһеле булып тора. Уға йәш имамдар ҙа килә, эш тәжрибәһе булғандар ҙа кәңәшләшә.
Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин исеменән Рәсәй Үҙәк диниә назараты теркәү бүлеге етәксеһе Мөхәммәд хәҙрәт Миңлеғәлиев рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙы. Урындағы мәсеттең имам- хатибы адресына йылы рәхмәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Туразянова, ахун- хәҙрәт М. Ғибаҙуллин, Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге директоры Г. Ғәлиуллина, Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы П. Руднев, “Ынйылар” ҡатын- ҡыҙҙар клубы етәксеһе Р. Ҡыямова, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһынан ҡунаҡтар К. Абзалов, А. Вафин, М. Кәримовтар сығыш яһаны. Үҙебеҙҙең район ауылдары һәм күрше Дыуан, Мәсетле райондары мәсеттәре имамдары ла саранан ситтә ҡалманы.
Бар сығыш яһаусылар ҙа Вәҡиф Таһир улының халыҡты дини-әхләҡи тәрбиәләүгә индергән ҙур өлөшөн, мәсетте һәм һәр кемдең донъялыҡтағы һуңғы төйәге булған зыяратты тәртиптә тотоуға һалған тырышлығын билдәләп үтте.
Һуңынан В. Таһиров үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул дини тәрбиәне үҫтереүҙең алдынғы юлдары һәм мөмкинлектәре, йәмғиәт алдында айырым яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү, исламдың мәңгелек һәм ҡаҡшамаҫ тәрбиәүи-әхлаҡи һәм мәҙәни-тарихи байлыҡтарын халыҡҡа еткереү мәсьәләләренә ентекле туҡталды. “Бергәләшеп, бер бөтөн булып, беҙгә изге эштәр ҡылырға кәрәк”, – тине имам-хатип.
Был көндө ҡунаҡтарға һәм мәхәллә халҡына ҡорбан ашы әҙерләнгәйне.
Л. Саҙретдинова. Р. Вәлиев фотоһы.

Читайте нас: