“Бөгөнгө сараның темаһы ябай түгел, беҙ уға ғәмһеҙ ҡала алманыҡ һәм уны күтәреп сығырға булдыҡ, сөнки уның ҡайһы бер аспекттары һәр кешегә ҡағыла. Байрам көнөндә, мәҫәлән, 8
Март – Әсәләр байрамында беҙ йырҙар йырлайбыҙ, гүзәл заттың һылыулығын, хеҙмәт тырышлығын, түҙемлелеген, ҡайһы саҡ батырлығын данлайбыҙ, әммә уның көндәлек тормошо, үҙ өйөндә нисек көн итеүе, уға унда уңайлымы икәнлеге хаҡында аҙ уйланабыҙ. Күп ваҡытта үҙ яҡындары өсөн
сабып барған атты туҡтатырға, янған өйгә инергә һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен яҡларға, һаҡлап алып ҡалырға көс тапмай”, – тине Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәге баш мөхәррире Г. Ғәлиуллина, сараны асып. Ул, ғаилә мөнәсәбәттәрендәге залимлыҡ һәм мәрхәмәтһеҙлеккә ҡаршы көрәштә ир-
егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың берлеген сағылдырыусы халыҡ-ара символ булған аҡ таҫманы тағып, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙы “Аҡ таҫма” акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, акция һәм уға арналған саралар 10 декабргә – Кеше хоҡуҡтары көнөнә тиклем дауам итәсәк.
Роза Ҡыямова, “Ынйы” ҡатын-ҡыҙҙар клубы етәксеһе, Республика йәштәргә социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең төньяҡ филиалы етәксеһе:
– Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты мәғлүмәттәре буйынса һәр дүртенсе ғаиләлә теге йәки был
формала көс ҡулланылыуы күҙәтелә, ғаиләлә булған енәйәттәрҙең 81,6 проценты ирҙәр тарафынан ҡылына, төп мотивтар булып үҙ авторитетын урынлаштырыу теләге, тормоштағы һәр төрлө уңышһыҙлыҡ өсөн ҡатынынан үс алыу, көнләшеү, ҡатын-ҡыҙҙың тәртипһеҙ ҡылығы һәм башҡалар
тора. Рәсәй дәүләтенең, көс ҡуланыуҙы киҫәтеү маҡсатында, енәйәт ҡылыныу фактына тиклем шәхси тормошҡа ҡыҫылырға хоҡуғы юҡ. Рәсәй Федерацияһы Хөкөм кодексында (16-сы бүлек, 105–125-се статьялар һәм 18-се бүлек, 131–135-се статьялар) граждандарҙың ғүмеренә,һаулығына, енси тейелмәҫлегенә ҡарата ҡылынған уҫал енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Был норматив акттар енәйәтте иҫкәртеүгә түгел, уның килеп тыуған эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡоролған һәм көс ҡулланыу факты теркәлгәндән һуң ғына эшләй башлай. Ауыл ерендә йәшәп, беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы беләбеҙ һәм, әгәр танышыбыҙҙы, хеҙмәттәшебеҙҙе ире, йәки бергә йәшәүсе икенсе ир кеше ҡыйырһыта
икән, вайымһыҙ булып ҡалырға тейеш түгелбеҙ.
Резида Ғәҙелшина, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының психотерапия бүлеге етәксеһе, табип-психотерапевт:
– Ысынлап та, ғаиләлә ҡыйырһытылған ҡатын-ҡыҙға ярҙам итергә кәрәк һәм быны эшләп була.
Шул уҡ ваҡытта мәҡәлдә әйтелеүенсә, “үҙен-үҙе ҡотҡарыу һыуға батыусының үҙ ҡулында”. Әммә йәберләнеүселәр йыш ҡына депрессия (төшөнкөлөк хәлен) кисерә: күңелһеҙлек, ҡурҡыу, ҡайҙандыр бәлә көтөү, үҙ-үҙәрен сәбәпһеҙ ғәйепле һанау, үҙ-үҙе менән риза булмау, ышаныс, үҙбаһа
тойғоһоноң кәмеүе, яҡын кешеләреңдең яҙмышы өсөн ҡурҡыу, шулай уҡ кешеләр араһында булдыҡһыҙ булып күренеү тойғолары ҡурҡыу менән аралаша. Һәм былар барыһы ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡамасаулай. Уларға ҡарата көс ҡулланылған ҡатындар артығынан тыш түҙем һәм ҡат-ҡат ғәфү итергә әҙер. Бындай түҙемлелек уның балаһын атайһыҙ ҡалдырырға теләмәүенә, иҡтисади яҡтан иренә буйһоноуына, ирен йәлләүенә, йәмәғәтселек фекеренә буйһоноуына ныҡ
бәйле. Ҡайһы ваҡыт ғаиләлә көс ҡулланыу булыу-булмауын аңлау ҙа ҡыйын, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә ябыҡ ишек артында нимә булғанын йәшерә. Ғаилә низағы хаҡында шик тәндә күгәргән,
бәрелгән, һынған урындар килеп сыҡҡанда ғына барлыҡҡа килә. Был саҡта ла ҡатын- ҡыҙҙар травманың килеп сығыу сәбәбен йәшерергә, ирен яҡлап, медиктарҙы ла, полиция хеҙмәткәрҙәрен дә алдарға тырыша. Мин шәфҡәтһеҙлек, тупаҫлыҡ, тәрбиәһеҙлек, рәхимһеҙлек кеүек сифаттар ир кешенең көс ҡулланыуына сәбәпсе, шулай уҡ эскеселек, эшһеҙ булыу ҙа ҙур роль уйнай, тип иҫәпләйем. Үҙ-үҙегеҙгә бикләнеп ҡалмаҫҡа, психотерапевтик һәм психологик ярҙамдан
баш тартмаҫҡа саҡырам. Шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә 8-800-7000-183 ышаныс телефоны эшләй.
Илшат Йыһангиров, Рәсәй Федераль яза үтәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хөкөм -башҡарыу инспекцияһы Дыуан муниципаль-ара филиалы өлкән инспекторы:
– Беҙҙең хөкөм-башҡарыу инспекцияһында бөгөнгө көндә 76 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 7-һе ғаилә янъялсылары. 2016 йылдан алып тәү тапҡыр һуғышҡан өсөн енәйәт яуаплылығына түгел,
административ яуаплылыҡҡа тарттыралар. Әммә беҙ был кешеләрҙе һәр саҡ күҙ алдында тотабыҙ, полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә уларҙың йәшәү урындарын барып тикшерәбеҙ. Беҙҙең тырышлыҡ ғаиләлә көс ҡулланыу факттарына юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Һәр йортто, урамдарҙы тикшереп йөрөп сығыу, күршеләре һәм халыҡтан һорашыуҙар үткәрелә. Хакимиәт башлыҡтары, белем биреү, медицина учреждениелары вәкилдәре менән берлектә эшләйбеҙ. Шулай уҡ эш профилактика системаһы –КДН һәм социаль ҡурсалау органдары вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла, имен булмаған ғаиләләрҙе, ғаиләлә көс ҡулланыу булыуы мөмкин булған
ғаиләләрҙе тикшереү буйынса бергә рейдтар үткәрәбеҙ. Беҙгә күбеһенсә тәртипһеҙ тормош алып барған кешеләр менән эшләргә тура килә. Тәүҙә учетта ата-әсәһе торһа, һуңынан күпмелер йыл үткәс,балалары баҫа. Быға аптырарға кәрәкмәй,бындай шарттарҙа тәрбиәләнгән балалар тормошто башҡаса ҡабул итмәй, башҡа төрлө итеп улар йәшәй ҙә белмәй, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫмәгәнгә, эшләргә лә теләмәйҙәр. Мин барыһы ла ғаиләнән килә, тип иҫәпләйем, шуның өсөн ата-әсә үҙ
балаларына өлгө булырға тейеш, бергәләшеп хужалыҡ эштәрен башҡарырға, спорт һәм башҡа нәмә менән шөғөлләнергә кәрәк.
Алина Хизбуллина, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының яуаплы секретары:
– Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла социаль яҡтан хәүефле тип иҫәпләнгән 29 ғаилә иҫәптә тора, уларҙа 18 йәшкә тиклемге 66 бала тәрбиәләнә. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – бала хоҡуғын һәм азатлығын яҡлау, уға тулы ҡиммәтле, уңайлы йәшәү һәм үҫеү шарттары булдырыу.
Баланың шәхес булараҡ формалашыуы ғаиләлә башлана, ғаилә – баланың иң тәүге һәм мөһим тәрбиәсеһе. Һәр яҡлы көс ҡулланылған ғаиләлә иң тәү сиратта балалар ғазап кисерә. Ғауға, ғәҙәттә,
ғаиләлә ата-әсәнең спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ күп ҡулланыуы арҡаһында килеп сыға, һәм, шуныһы үкенесле, балаға ҡарата ла көс ҡулланылыуы мөмкин. Ошондай хәл килеп тыумаһын өсөн, беҙ баланы бындай ғаиләнән тартып алырға, уны социаль приютҡа урынлаштырырға мәжбүрбеҙ.
Артабан тәртипһеҙ ата-әсәне кәңәшкә саҡырабыҙ, хәл-ваҡиғаны аңлатабыҙ, профилактик һөйләшеү үткәрәбеҙ, алкоголь сиренән дауаланырға кәңәш итәбеҙ. Үҙ ғәйебен аңлаған ата-әсәләр ҙә бар, улар
торлаҡ-йәшәү шарттарын яҡшырта, эшкә урынлаша, балаларын кире ғаиләгә ҡайтарыу өсөн, барыһын да эшләргә тырыша. Әммә, үкенескә ҡаршы, үҙ балаларын иҫтәренә лә төшөрмәгән ата-
әсәләр ҙә етерлек, бындайҙарға ҡарата ата-әсә хоҡуғын мәхрүм итеү тураһында юллау менән судҡа мөрәжәғәт итәбеҙ. Ата-әсәһе булып та, балалар етем ҡала.
Рәзилә Мирхажева, Башҡортосан Республикаһының Бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиленең Ҡыйғы районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы: – Ғаиләлә ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, ул иң
тәүҙә бала күңелендә сағыла. Һәр бала ата-әсәһенең холҡон, ҡылығын ҡабатлай. Һәм, ғәҙәттә, уның буласаҡ ғаиләһендә ата-әсәһе ғаиләһендәге тәртип, йолалар үҙгәрешһеҙ ҡабатлана. Йәғни барыһы ла, йәш быуынды һәр шәхескә ҡарата, башҡа кешенең хоҡуғына һәм законлы мәнфәғәтенә ҡарата ихтирам рухында тәрбиәләүҙән тора. Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы булдырмау өсөн, беҙгә йәмәғәт ойошмалары менән берлектә тап шундай тәрбиә алып барырға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, белем биреү
учреждениеларында әлеге көндә тәрбиә эштәренә иғтибар икенсе урынға күскән, иң тәүге планда Берҙәм дәүләт имтихандарына һәм Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек тора.
Роза Фассалова, ветерандарҙың “Алтын көҙ” клубы етәксеһе:
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәхимһеҙлек бөгөн тормошта ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Беҙҙең балалыҡ, үҫмер йылдарыбыҙ һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килде, әммә кешеләр бер-береһенә миһырбанлыраҡ ине. Ә хәҙер телевизорҙан шәфҡәтһеҙлекте асыҡтан- асыҡ күрһәтәләр, Интернет селтәре негатив күренештәр менән тулған. Беҙҙең клубтың әүҙем ағзалары – тормош тәжрибәһенә бай, ауылдың ихтирамлы кешеләре. Улар ауылдаштарын борсоған һорауҙарға
вайымһыҙ ҡалмай, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн үткәрелгән тәрбиәүи сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Беҙ тик ыңғай, фәһемле тәрбиә бирергә тырышабыҙ, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе халыҡ
йолаларына, мәҙәниәтенә ылыҡтырырға, йырҙар, шиғырҙар аша уларҙы изгелеккә,ололарҙы һәм ата-әсәһен хөрмәт итергә, кеселәргә иғтибарлы булырға өйрәтәбеҙ. Был – тормоштоң иң ҡиммәте хазиналары, уларҙы яҡшы үҙләштергән кеше көс ҡулланмаясаҡ, башҡаларҙы йәберләмәйәсәк. Йәштәргә, ҡырын эштәргә ваҡыттары ҡалмаһын өсөн, ихтыяждарынан сығып һәр төрлө түңәрәктәр ойошторорға кәрәк. Ҡыҙҙарға – буласаҡ әсәй кешеләргә –бигерәк тә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Флорида Мөхәмәтдинова, Ҡыйғы районы ЗАГС бүлеге начальнигы:
– Бөгөнгө көндә ғаилә институтының үҙ авторитетын юғалтыуы фактын билдәләп китергә кәрәк. Районда балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың, бер нисә йыл ир кеше менән йәшәп тә, никахтарын теркәүгә ҡарағанда, яңғыҙ бала бағыусы әсәй статусын өҫтөнөрәк һанауы күренештәре күп. Быны иң тәүҙә яңғыҙ әсәйҙәргә түләнгән пособиенең берҙән-бер килем сығанағы булыуы менән дә аңлатырға мөмкин. Республика күрһәткестәре лә бик үк яҡшынан түгел, ә беҙҙең район иһә яңғыҙ әсәләр һаны буйынса республикала иң тәүгеләр иҫәбендә. Йәш ҡатындар шуны аңлаһын ине: ғаиләлә ысын атай булыуы матди мәсьәләнән күпкә ҡиммәтлерәк, тап бала саҡта иң мөһим ғаилә төшөнсәһе, уның тормоштағы әһәмиәте тәрбиәләнә. Никахлы ғаиләлә ир кеше лә, ғаилә башлығы булараҡ, үҙендә яуаплылыҡты күберәк тоя. Бөгөнгө һөйләшеү темаһына әйләнеп ҡайтҡанда инде, ауыл ерендә бар
бәхетһеҙлектең башы эскелектән башлана, тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙҙың ире менән бер өҫтәл артында эсә башлауы, һуңынан янъял сығып һуғышып китеүҙәре һирәк күренеш түгел. Күп осраҡта ғаилә татыулығы ҡатын- ҡыҙҙан тора. Ул үҙе иң тәүҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, әхлаҡи яҡтан әҙәпле булырға тейеш. Тик шул осраҡта ғына яҡшы ғаилә төҙөргә һәм уны һаҡлап алып
ҡалырға мөмкин.
Илдар Ғәрифуллин, “Ғаилә” төнъяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенең Ҡыйғы районы бүлеге етәксеһе:
– Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр менән эшләйбеҙ, бөгөн улар исемлегендә 91 ғаилә тора, уларҙа 215 бала тәрбиәләнә. Бүлек штатында ғаилә менән социаль эш алып барыусы белгес, психолог бар, ғаиләлә йәберләү күренештәрен профилактикалау һәм төҙәтеү тап уларҙың төп эше.
Беҙҙә һәр төрлө темаға арналған “Ғаилә ял көндәре “ бик ҡыҙыҡлы үтә, ата-әсәләрҙе балалары менән төрлө конкурстар, уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, занятиелар көтә, һәр төрлө һөнәр эйәләре менән әңгәмәләр һ. б. үткәрелә. Беҙ был сараларҙы мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, китапхана, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Республика йәштәргә социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик ярҙамы күрһәтеү үҙәгенең төньяҡ филиалы, волонтерҙар
менән берлектә үткәрәбеҙ. Бындай эш формаһы ғаиләләрҙең ойошҡаныраҡ булыуына, уларҙың дуҫлашыуына ярҙам итә һәм беҙ был эште дауам итәсәкбеҙ.
Айҙар Монасов, БР-ҙың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең Ҡыйғы районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы:
–Закон сығарыусыларға БР Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 13.8 статьяһын ҡатыландырыу, йә иһә РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына яңы статья –
ғаилә - көнкүреш янъялында ғәйепләү индереү тәҡдиме менә сығырға кәрәк, тип уйлайым. Һәм был статья менән полиция вәкилдәре шөғөлләнергә тейеш, улар урындарҙа административ хоҡуҡ
боҙоу хаҡында протоколдар төҙөр ине, ә бындай эштәрҙе ҡарау суд компетенцияһында булыр ине. Был үҙгәрештәр һаулыҡҡа зыян килтереү йәки үлтереү кеүек ауыр енәйәттәргә кәртә
булып торор ине. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, ғаиләлә көс ҡулланыуҙы иҫкәртеүҙә
мәғлүмәт-белем һәм консультация (кәңәш) биреү эштәре ҙур роль уйнай, һәм был мәсьәләне эффектлы хәл итеүҙә бар тейешле органдарҙың берҙәм эш итеүе мөһим, тип билдәләне. Улар социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр менән эш алып барыуҙа төрлө ойошмаларҙың берҙәм эш алып
барырға әҙер булыуын белдерҙе.