Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы инженеры И. Мөхөтдинов әйтеүенсә, урамдарҙы, юлдарҙы таҙартыуға 10 берәмек техника сығарылған. Эштәр тәүлек әйләнәһенә башҡарыла. Предприятиела техперсоналдың төнгө дежурствоһы ойошторолған, заправка төнөн дә эшләй.
Иң тәү сиратта күперҙәрҙе, юлдар киҫешкән ерҙәрҙе, тау төшөү һәм тауға күтәрелеү урындарын ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы менән эшкәртеүгә иғтибар бирелә.
“Коммунальщик” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре лә аврал режимда эшләй, улар тротуарҙарҙы, шәхси транспорт туҡталҡаларын, баҫҡыс эргәләрен ваҡытында таҙартып тора. Юл хеҙмәткәрҙәре халыҡты, ҡатмарлы һауа шарттарын иҫтә тотоп, юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра.
Н. Тәүәбилов.