“Һәр баланы шәхес итеп ҡабул итергә кәрәк,” – ти ветеран-педагог Нәтижә Кашап ҡыҙы Әхмәтшина. Ауылдың юбилейы йылында ул да үҙенең юбилейын – 90 йәшен билдәләй.
Рәсәй Президенты В. Путин исеменән ҡотлау хатын район ветерандар Советы рәйесе Д.
Ибәтуллина тапшырҙы. Юбилярҙы Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусыһы А. Вәлиева менән Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы директоры Р. Әхмәҙуллин да ҡотланы. Шулай уҡ уны элекке уҡыусылары: орденға лайыҡ авиация полковниктары, офицерҙар, табиптар, уҡытыусылар һәм башҡалар тәбрикләргә онотманы. Нәтижә Кашап ҡыҙы сығышы менән Түбәнге Ҡыйғы ауылынан. Атаһы Кашап Ғәлин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, фронттан ауыр яраланып ҡайта. 15 йылдан ашыу уң янбашында граната ярсығын йөрөтә, ҡултыҡ таяғы ярҙамында ғына хәрәкәтләнһә лә, бер ҡасан да зарланып ултырмай, колхозда эшләй, тегенсе һөнәрен дә үҙләштерә. Үҙенең дүрт балаһын да бесергә һәм тегергә өйрәтә. Әсәләре Хөснури Зиннур ҡыҙы бик сабыр һәм аҡыллы ҡатын була, шулай уҡ колхозда тир түгә.
Ҡырыҫ 1943 йылда етенсе класты тамамлаған Нәтижә аҙмы-күпме аҙыҡ һалынған тоҡсайын артмаҡлап, сабатаһын кейеп, Мәсәғүт ауылына педагогия училищеһына юл тота. Тәүге
уҡытыусыһы Мәүлиха Уральскаяны бик үҙ итә ул, уға оҡшарға ынтыла. “Уҡыу бик ауыр булды, ятаҡта йәшәнек, ҡышҡылыҡҡа утынды үҙебеҙ әҙерләй торғайныҡ. Ҡышын баҫыуҙар буйлап ашарға туң бәрәңге эҙләп йөрөргә тура килде. Ләкин, барлыҡ ҡыйынлыҡтарға, аҙыҡ наҡыҫлығына ҡарамаҫтан, тырышып уҡыныҡ, фермаларға барып малсылар өсөн концерттар ҡуйҙыҡ. Мин икенсе
курсты тамамлаған йылда – 1945 йылдың майында һуғыштың бөтөүе тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Мин уҡыуымды тик “бишле” билдәләренә һәм маҡтау ҡағыҙы менән тамамланым,” – тип хәтерләй ветеран.
Йәш уҡытыусыны Учалы районына башланғыс мәктәпкә эшкә ебәрәләр. “Илдәге тормош һуғыштан һуң көскә- көскә яйға һалына башлағайны. Китап менән дәфтәр юҡ. Урындағы колхозға картуф йыйышырға ярҙам иткәс, идараһы беҙгә артыҡ ҡағыҙ ҡапсыҡтарҙы бүлеп бирҙе һәм уларҙан дәфтәрҙәр яһап алдыҡ. Ул заманда был ҙур байлыҡ ине,” – тип дауам итә Нәтижә Кашап ҡыҙы хәтирәләрен. Бер йылдан һуң йәш педагог Түбәнге Ҡыйғы ауылы балалар йортонда завуч
булып эшләй инде. Бында 182 бала тәрбиәләнә. Һәр ҡайһыһының күңеленә асҡыс табырға тырыша, улар менән бергә ҡайғыра һәм шатлана. Балалар йортонда үҫеүселәрҙең күбеһе уға ҡарап уҡытыусы һөнәрен һайлай. Йәш һәм сибәр лейтенант Шәрәфетдин Әхмәтшин өсөн һуғыш 1947 йылда ғына тамамлана. Тыуған ауылына ҡайтҡас, һылыу уҡытыусы ҡыҙҙан бер тотам да ҡалмай йөрөй. “Өс көндән ул ата-әсәйемә яусы ебәрҙе, өйләнешеп, Үрге Ҡыйғы ауылына йәшәргә күстек, мин бында уҡыта башланым,” – ти Нәтижә Кашап ҡыҙы.
Йөҙәрләгән баланы уҡырға һәм яҙырға, игелекле, ғәҙел булырға өйрәтә ул. Изге йөрәкле, йомшаҡ тауышлы, шул уҡ ваҡытта талапсан уҡытыусыны балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә.
Өлгөлө хеҙмәте өсөн Н. Әхмәтшина “Почет билдәһе” ордены, юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лайыҡ булған.
Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Бөгөн ветеран-педагог ҡыҙы Наиләнең ғаиләһендә иғтибар һәм хәстәрлеккә төрөнөп йәшәй. “Әсәйебеҙ бөтә ғүмере буйы тынғы белмәй эшләне: мәктәптә лә, өйҙә лә. Кистәрен дәрестәргә әҙерләнә, төрлө әйберҙәр тегә, бәйләй торғайны. Тағы ла ул бик матур тауышҡа эйә, балалар менән йырларға яратты. Беҙ бер ҡасан да унан тупаҫ һүҙ ишетмәнек, бар кешеләр менән уртаҡ тел таба белде. Шуға ла уны яҡшы педагог булараҡ ҡына түгел, оло йөрәкле кеше булараҡ та хәтерләйҙәр һәм ихтирам итәләр,” – ти Наилә Шәрәфетдин ҡыҙы. “Тормошта бәхетле булыр өсөн, сабыр, кешелекле булырға, дуҫлаша белергә, һәр кемде ихтирам итергә кәрәк. Көсһөҙҙәргә терәк булығыҙ,
мохтаждарға ярҙам итегеҙ – бына ошоларға өйрәттем мин уҡыусыларымды, үҙем дә уларҙан күп
нимәгә өйрәндем,” – тине ветеран осрашыу аҙағында.