Ике-өс быуат элек ауылдың ниндәй булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Хатта беҙ, уҙған быуаттың 50-се йылдарында тыуғандар, Үрге Ҡыйғының йөҙө 60-сы йылдарҙа ғына үҙгәрә башланы,
тип әйтә алабыҙ. Ул саҡтарҙа Ҡыйғы районы территорияһында геология-нефть эҙләү эштәре үткәрелде. Үрге Ҡыйғы ауылында нефтселәр өсөн стандарт өйҙәрҙән торған яңы урамдар барлыҡҡа килде (Крупская урамы менән “Сельхозтехника” берекмәһе араһында).
60-сы, 80-се йылдарҙа ике ҡатлы йорттар һәм социаль-мәҙәни, көнкүреш объекттары төҙөлдө. Әле яңыраҡ ҡына Тау урамы эргәһендә һәм Ҡыйғынан Ибрай ауылына табан яҡта байтаҡ яңы урамдар барлыҡҡа килде.
Күп йылдар Үрге Ҡыйғы ҙур булмаған ауыл булып иҫәпләнһә лә, ул тарихи ваҡиғаларҙың уртаһында була. Беҙҙең төйәк XVII– XVIII быуаттарҙағы, айырыуса Ҡараһаҡал һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорт ихтилалдары үҙәгендә була. Карателдәр бер кемде лә йәлләмәй: баш күтәреүселәрҙе лә, тыныс халыҡты ла. Күп ауылдар, шул иҫәптән Әйүкә, Әбҡадир, Яманғол, Баймөхәмәт, Ҡыйғый (әллә Үрге Ҡыйғы, әллә Түбәнге Ҡыйғы) яндырыла.
Ололар һөйләүе буйынса, Кәжегер тауы битләүендә оҙаҡ йылдар өй нигеҙе тора. Бер кемдең дә өй нигеҙе таштарына ҡағылырға ҡулы бармай һәм бер кем дә юҡҡа сыҡҡан өйҙөң хужаһы хаҡында телгә алырға ҡыймай. 1949 йылда ғына был өйҙөң эҙҙәре тамам юҡҡа сыға. Риүәйәттәр һөйләүенсә, был өй яралы Салауат Юлаевты улы менән батша һалдаттарынан ҡасырып йәшәткән ҡарттың
өйө булған. Һалдаттар килеп еткәс, Салауат улы Рамазанды бабайға ҡалдырып, эргәләге урманға инеп ҡаса, һуңынан тыуған яҡтарына китә һәм шунда ҡулға алына.
100 йыл элек, революция һәм граждандар һуғышы йылдарында ла ҡатмарлы ваҡиғалар була. Ә һеҙ Үрге Ҡыйғы ауылы өсөн 1919 йылдың июлендә “ҡыҙылдар” һәм “аҡтар” араһында ниндәй ҡаты алыштар барғанын беләһегеҙме? Үрге Ҡыйғы 6 тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Иң көсөргәнешле моментта һөжүмде Михаил Тухачевский үҙе етәкләй. Ҡыҙылармеецтар сафында пулеметсы Родион
Малиновский – СССР-ҙың буласаҡ оборона министры (1957–1967 йылдар) һәм серб патриоты, Югославия Социалистик Федератив Республикаһының буласаҡ Президенты Иосип Броз Тито ла була. Бына ниндәй сағыу, бай һәм ҡыҙыҡлы беҙҙең тыуған яҡтың, ауылдарыбыҙҙың тарихи биттәре!
Үрге Ҡыйғыға әйләнеп килгәндә, ул һәр саҡ территориаль берәмектең үҙәге була. 1917 йылғы революцияға тиклем Үрге Ҡыйғы ауылы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе волосының үҙәге, 1919 йылдан алып өс йыл Дыуан-Күҙәй кантонының үҙәге була. 1992 йылда Мәсәғүткә ҡала статусы бирелгәс, ул Мәсәғүт кантонының үҙәге булып китә. Тик 1930 йылда ғына Ҡыйғы районының үҙәгенә әйләнә. Әммә 1935 йылда районды Ҡыйғы һәм Малаяҙ районына бүләләр һәм беҙгә көнсығыш өлөшөндәге яртыһы ғына ҡала. 1962 йылда районды тағы ла икегә бүлеп, Салауат һәм Дыуан
райондарына ҡушалар, Үрге Ҡыйғы ауылы район үҙәге булыуҙан туҡтай. 1965 йылда барыһы ла кире үҙгәртеп ҡорола. Үрге Ҡыйғы һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдарының 315 йыллығын билдәләгәндә,
был ауылдар халҡына тарихыбыҙҙың хәсрәтле биттәрен дә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.