Әлфиә Имай ҡыҙының атаһы менән әсәһе Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫә. Уларҙы эшкә Свердловск өлкәһе Новоуральск ҡалаһына (Свердловск- 44) ебәрәләр һәм ҡыҙҙары шунда донъяға килә. Уға тиклем әсәһе Фәрхәнә Һаҙый ҡыҙы – милиция сержанты –Ҡыйғы район эске эштәр бүлегендә хеҙмәт иткән була, атаһы Имай Ғималетдин улы Низаметдинов, юғары класлы электрик булараҡ, район электр селтәрендә эшләй.
Тәбиғәт моңло тауыш һәм һәләт бүләк иткән ҡыҙ алты йәшендә үҙе теләп музыка мәктәбенең скрипка класына уҡырға инә. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Силәбе ҡалаһының П.И. Чайковский исемендәге музыкаль училищеһында уҡыуын дауам итергә була. Яҡшы уҡый, музыкаль әҫәрҙәрҙе тиҙ һәм еңел отоп ала, скрипканан тыш, фортепианола һәм гитарала уйнай, йыш ҡына ҡала сәхнәләрендә сығыш яһай. “Минең тәүге музыка уҡытыусым Евгений Анатольевич, йәш музыкант, йыш ҡына башымдан һыйпап, “Талант!” – тип һоҡланыр ине. Мин тәүҙә кескәй генә скрипкала уйнай башланым, үҙем үҫкән һайын улар ҙа үҫә барҙы. Уңыштарымды күреп, уҡытыусым Лев Константинович Свердловск ҡалаһындағы скрипкалар эшләү оҫтаһына минең өсөн махсус скрипкаға заказ бирҙе. Бына ҡырыҡ йыл мин уны ҡулымдан төшөрмәйем. Йылдар үткән һайын, ул моңлораҡ һәм наҙлыраҡ уйнай төҫлө. Скрипка ла, кеше һымаҡ, йәше үҫкән һайын нығыраҡ асыла бара, ти белгән кешеләр. Мин ҡоралымдың тулыһынса асылып еткәнен тоям һәм ул минең өсөн элеккенән күпкә ҡәҙерлерәк,” – тип һөйләй музыкант.
Музыкаль училище сығарылыш уҡыусыларын эш урындарына бүлә башланғанға тиклем, Әлфиә Имай ҡыҙы Советтар Союзының иң сик өлкәләренә – өс урынға эш һорап ғариза ебәргән була һәм һәр ҡайһыһынан саҡырыу ала. Әммә әсәһе үҙенсә хәл итә: “Тамырҙарың булған ергә – Үрге Ҡыйғы ауылына ҡайтаһың!” Ул ваҡытта ата-әсә һүҙен тыңламау ят күренеш була һәм йәш белгес 1981 йылда Ҡыйғы ауылына килә. “Аленушка” балалар баҡсаһында музыка етәксеһе, 2-се һанлы Үрге Ҡыйғы урта мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй, “Йәшлек” (етәксеһе Р. Хәлимов), шулай уҡ “Умырзая” (етәксеһе В. Шәрифулин) вокаль - инструменттар ансамблдәрендә уйнай һәм йырлай. Әммә әлегә тиклем төп эш урыны булып Балалар сәнғәт мәктәбе ҡала. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн ул БР Мәҙәниәт һәм Мәғариф министрлыҡтары, район хакимиәте почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Талантлы педагог бөгөнгө көндә алты йәштән 15 йәшкә тиклемге 17 балаға дәрес бирә. Ул тәү сиратта уларҙы яҡшы күңелле һәм тырыш булырға өйрәтә. Ҡайһы саҡ тормош ҡуйған һынауҙарҙы намыҫлы еңеп сығыу юлдарын да төшөндөрә. “Яҡшы музыкант булыу өсөн, оҙаҡ һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәк,” – ти ул уҡыусыларына.
Яҙмыш Әлфиә Имай ҡыҙының иңдәренә күп һынауҙар һала: тәүҙә оло улы сирләп китә, һуңынан үҙе һаулығын юғалта, ике тапҡыр аяҡтарына ҡатмарлы операция үткәрә, әммә былар хаҡында түгел, музыка, сәнғәт тураһында һөйләй ул.
“Һеҙҙең иң яратҡан музыка әҫәрегеҙ ниндәй?” – тигән һорауға: “Француз композиторы Жюль Массненың “Уйланыу” әҫәре, – тип яуап бирә. – Ул ике кеше араһындағы мөнәсәбәттәр, көслө һәм саф мөхәббәт тураһында тулҡынлы драма, кешенең юғары тәғәйенләнешен аңларға ярҙам итә. Брамс, Глюк, Моцарт, Гайдн әҫәрҙәрен башҡарырға яратам”.
Талантлы педагог һәм музыкант ҙур йәмәғәт эштәре лә алып бара. Бик үк еңел булмаған 90-сы йылдарҙа Балалар сәнғәт мәктәбендә “Фантазия” вокаль ансамблен ойоштора, хәҙер ул “Халыҡ ансамбле” исемен йөрөтә, репертуарында – бай мәғәнәле, күңелгә үтеп инерлек, тамашасының иғтибарын яулай торған йырҙар ғына. Бынан тыш, “Йәкшәмбе” ижади төркөмөн етәкләй, уның сығыштарын да Ҡыйғы халҡы яратып ҡабул итә. Ике коллектив та республика конкурстарында йыш ҡатнаша һәм уңышҡа ирешә.
Әлфиә Шакирова шулай уҡ шиғырҙар яҙа, йырҙар ижад итә. Уның “Гөлдәр иле” йыры күптәргә таныш.
Тормош иптәше Айрат Арслангәрәй улы һәм улдары Алик, Азалит менән дүрт аяҡлы дуҫтар тәрбиәләргә ярата. “Мин эттәрҙе, бигерәк тә овчаркаларҙы үҙ итәм. Элек беҙҙә бер пар немец овчаркаһы йәшәне, көсөктәрен яҡшы кешеләргә тарата торғайныҡ,” – ти Әлфиә Имай ҡыҙы. Бөгөн Шакировтарҙың ихатаһында 15 йәшлек Кавказ овчаркаһы Джим һәм йәш хаски тоҡомло эт көн итә.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.