Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ноябрь 2018, 17:39

ВИЧ-ҡа кәртә ҡуяйыҡ!

1 декабрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Ошо көнгә ҡарата Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешеләр именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Роспотребнадзор) БР-ҙағы идаралығы ВИЧ- инфекцияны киҫәтеү буйынса “ҡыҙыу линия” ойоштора. 10.00–16.00 сәғәттәрҙә 8-800-700-90-30 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Ведомство белешмәләренә ярашлы, республика территорияһында тәүге осраҡ (1987 йылда) теркәлгәндән алып әлеге көнгә тиклем 30721 ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡланған.
Бөгөнгө көндә иҫәптә 21 мең кеше тора, уларҙың 13 меңе – ир- егеттәр, 8 меңе – ҡатын-ҡыҙҙар. ВИЧ-инфекциялыларҙың 12 меңләбе – ҡалаларҙа, 6,8 меңе ауыл ерендә йәшәй. 800-ҙән ашыуының торор урыны юҡ (берәҙәктәр). Федераль яза үтәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы системаһы учреждениеларында ВИЧ-инфекциялы 1653 кеше иҫәпләнә.
Республика буйынса ауырыу-санлыҡ күрһәткесе 100 мең кешегә 54,2 тәшкил итә. 2017 йылдың ярашлы осоро менән сағыштырғанда, ауырыусанлыҡ 3,7 процентҡа кәмегән – 100 мең кешегә 56,3 күрһәткесенән 54,2-гә түбәнәйгән.
Республикала ВИЧ-инфекцияны диагностикалау 18 лабораторияла башҡарыла. Уларҙың өсөһө ведомстволар: Федераль яза үтәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, “Иммунопрепарат” ДУП-ы, Бөтә Рәсәй күҙ пластик хирургияһы үҙәге ҡарамағында. Биш лаборатория Өфө ҡалаһында урынлашҡан: Республика клиник онкологик диспансер, Республика тире-венерологик ауырыуҙар диспансеры, Республика ҡан ебәреү станцияһы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге базаһында.
Ышаныс телефоны: 8 (347) 250-04-72.
С. Исмәғилева әҙерләне.

Читайте нас