Район ҡатын-ҡыҙҙар Советы һәм үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара ҡатын- ҡыҙҙарға ҡаршы көс ҡулланыуҙы бөтөрөү көнөнә ҡарата сара ойошторҙо. Унда ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ойошма- учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре, юристар ҡатнашты.
“Сараның беренсе өлөшөндә китапхана хеҙмәткәрҙәре был датаның килеп сығыу тарихы, статистик мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, видеороликтар күрһәтте. Артабан йыйылыусылар “түңәрәк өҫтәл” артында ҡатын- ҡыҙҙарға ҡаршы көс ҡулланыуҙы киҫәтеү саралары, балалар тәрбиәләүҙә ғаиләнең, мәктәптең роле тураһында һөйләште. Ауыл биләмәләре вәкилдәре белгестәрҙе алыҫ ауылдарҙа йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар үткәрергә саҡырҙы,” – тип бәйән итте сараны ойоштороусы, “Үҙәк китапхана системаһы” муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы директоры А. Фәтихова.