ӨФӨ, 2018 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфө Яңы йылға әҙерләнә. Баш ҡалабыҙ урамдарында тәүге иллюминация ҡабыҙылды, сауҙа үҙәктәре витриналарын төрлө төҫтәге уйынсыҡтар, бүләктәр һәм сағыу шыршылар биҙәй. Майҙандарҙа төп ҡышҡы һылыуҡайҙар ҡуйылған. 10 декабрҙә шыршы баҙарҙары асыла. Улар ҡалалағы 71 майҙансыҡта 31 декабргәсә эшләй. Шыршыға хаҡты һатыусылар үҙҙәре билдәләй. Ҡағиҙә булараҡ, ҡышҡы ҡупшыҡайҙың хаҡы уның йомшаҡ булыуына һәм оҙонлоғона бәйле.
Өфөлә шыршыны «Алтын», «Шакша», «Юрматы», «Гастелло», «Көньяҡ полюс», «Метро», «Кувыкин», «Заречный», «Любимый», «Сипайлово», «Гагарин», «Энтузиастар», «Корсо» сауҙа комплекстары янында, шулай уҡ Менделеев, Мөбәрәков, Эшсе хәбәрселәр, Софья Перовская, Степан Кувыкин, Пушкин, СССР-ҙың 50 йыллығы, Бикбай, Жуков, Гагарин, Рихард Зорге, Комсомол урамдары, Октябрь проспекты эргәһендәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға була.