Район ветерандар Советы рәйесе Д. Ибәтуллина 2019 йылдың мартында һуғыш, хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советының отчет-һайлау конференцияһы үтәсәген әйтеп китте, унда район йәмәғәт ойошмаһының 4 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаласаҡ һәм Президиум ағзалары, ойошма рәйесе һайланасаҡ. Уға тиклем башланғыс ойошмаларҙа отчет-һайлау йыйылыштары үтергә тейеш. Был йәһәттән әҙерлек эштәре бара. Бынан тыш, 2019 йылда БАССР-ҙың ойошторолоуына 100 йыл тулыуы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуы билдәләнәсәк. Был иҫтәлекле даталарға арналған сараларҙы ойоштороуға ентекле әҙерлек алып барыу талап ителә.
Үтеп барған йылға йомғаҡ яһап, Д. Ибәтуллина айырым башланғыс ойошмалар эше сифатына ҡәнәғәтлек белдерҙе. Ләүзә, Дүшәмбикә, Йыланлы, Ибрай, Абзай, Туғыҙлы, Вәҡиер ауылдары, үҙәк район дауаханаһы, урман хужалығы, дөйөм туҡланыу, ҡулланыусылар кооперацияһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы бүлексәһе, элекке “Уңыш” колхозы ветерандар ойошмалары әүҙем эшләй.
Район ветерандар Советының пенсионерҙарҙы медицина хеҙмәтләндереүе, дарыуҙар һәм шифаханала дауаланыу менән тәьмин итеү буйынса комиссияһы ағзаһы Р. Ҡыямова Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына барыу һөҙөмтәләренә анализ яһаны, аҙыҡ блогы, бүлексәләр, көндөҙгө стационар эшендәге ыңғай һәм кире күренештәрҙе атап үтте.
Артабан Пленумдың эше “Һорау–яуап” форматында барҙы, һорауҙар күп булды. Ҡолбаҡ һәм Алағуз ауылдарында әлегә саҡлы, фельдшерҙар булмау сәбәпле, фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләмәй. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов билдәләүенсә, эшкә килгән белгес “Земство фельшеры” программаһы буйынса 500 мең һум күләмендә яңы эш урыны аҡсаһын аласаҡ, өҫтәп торлаҡ менән дә тәьмин итәсәктәр. Әммә, үкенескә ҡаршы, был ауылдарҙа эшләргә теләүселәр юҡ.
Район хакимиәтенә үҙәк район дауаханаһы менән берлектә йәш белгестәрҙе районға ҡайтарыу менән шөғөлләнергә кәрәк.
Райондың Почетлы гражданины Д. Кирханов Түбәнге Ҡыйғы ауылының йә иһә район үҙәгенең бер урамына Ә. Шәриповтың исемен биреү тәҡдиме менән сыҡты. “Ул республиканың төньяҡ-көнсығышында Социалистик хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған берҙән-бер колхоз етәксеһе. Уның хөрмәтенә элекке Калинин исемендәге колхоздың үҙе төҙөгән контораһына мемориаль таҡта
ҡуйылғайны, әммә уны ла һүтеп алғандар. Йәштәр Ҡыйғы районы үҫеше өсөн бик күпте башҡарған был кешене белергә тейеш,” – тине ул.
Ветерандар физкультура-һауыҡтырыу комплексындағы бассейндың торошо менән дә ҡыҙыҡһынды. “Ул ҡулланыуға сикле генә яраҡлы тип табылды. Беҙ уның эшен туҡтаттыҡ. Бассейнды ремонтлау 18 миллион һумға барып төшәсәк. Уны яңыртыуға проект- смета документтары әҙер, әле экспертиза үтә. Үкенескә ҡаршы, инде бишенсе ай алға китеш күҙәтелмәй...Барыһы ла әҙер булһа, Мәғариф министрлығы уны финанслау планына индерергә вәғәҙә итә, был, моғайын, киләһе йылдан да иртәрәк булмаҫ,” – тип аңлатты Шамил Радил улы.
Ләүзә ауыл Советы ауыл биләмәһе эштәр башҡарыусыһы Е. Курочкина пенсионерҙар менән эш
алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ветерандар ойошмаһында теге йәки был эште ойошторор алдынан ойошма рәйесе барлыҡ ағзаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм бер ҡасан да ҡаршы килгәндәре юҡ. Пенсионерҙар хәлдәренән килгәнсе ярҙам итәләр, һәр башланған эште
аҙағына тиклем еткереп ҡуялар.
Йыйылыусылар 60 гектар майҙанлы урман питомнигының торошо, Түбәнге Ҡыйғы участка
дауаханаһының ҡыйығына ремонт талап ителеүе, ветерандарға теш протездары яһатыуға ташламалар һәм башҡа һорауҙар менән сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙың күбеһенә тейешле хеҙмәт һәм ведомство вәкилдәренән яуап һәм аңлатма алды.
Пленумда күтәрелгән бар һорауҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов залдағыларҙы алда торған эштәр менән таныштырҙы, халыҡ файҙаһына, шул иҫәптән, ветерандар һәм пенсионерҙар өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуын әйтеп китте. Ветерандарға һәм башланғыс ойошмалар рәйестәренә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙәге ҙур тырышлыҡтары, бар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.