Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2018, 16:59

АУЫЛ КООПЕРАТИВТАРЫНА – АҠСАЛАТА ЯРҘАМ

– Фәрит Закирйән улы, уҙған йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Килем килтереүсе проекттарға ярҙам күрһәтеү программаһын ғәмәлгә индерҙе. Был программаның асылы нимәгә ҡайтып ҡала?

- Был программа ауыл кооперцияһын үҫтереүгә һәм, һөҙөмтә булараҡ, республика магазиндары кәштәләрен урында етештереүселәрҙең продукцияһы менән тулыландырыуға һәм ауыл иҡтисадын
йәнләндереүгә йүнәлтелгән.
Коммерцион ойошмалар булмаған кооперативтар – граждандарҙың, фермерҙарҙың, ауыл хужалығы предприятиеларының максималь килем алыу маҡсатында берләшеүе, етештереүҙе арттырыу һәм шул уҡ ваҡытта үҙаллылығын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге.
Ошо йылдың 30 мартында республика Башлығының Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү концепцияһын раҫлаусы Указы сыҡты. Һәм, ниһайәт, төрлө ведомстволарҙа бик оҙаҡ ҡаралғандан һуң БР Хөкүмәтенең килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн гранттар биреү тәртибен раҫлаусы Ҡарары донъя күрҙе.
Ошолай итеп, республикала ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереүҙең яңы
этабы башланды.
Программа сиктәрендә нигеҙҙә Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар биреү күҙҙә тотола. Был Программа 2018–2020 йылдарға иҫәпләнгән. Әгәр кооператив ҡорамалды алып урынлаштырып, өс йыл эсендә рентабелле
эшләй башлаһа, алған ҡорамал уларға бушлай тулыһынса үҙҙәренә бирелә.
Йыл һайын 300 миллионлап аҡса бүлеү күҙҙә тотола. Бер кооперативҡа грант рәүешендәге дәүләт ярҙамы 3 миллион һумға тиклем. Шул уҡ ваҡытта кооператив яғынан берлектә финанслау күләме кәмендә 9 процент булырға тейеш.
– Аҡса ниндәй йүнәлештәр буйынса бүленәсәк?
– Программала түбәндәге йүнәлештәр буйынса ҡорамалдар менән тәьмин итеү күҙҙәтотола:
– һөт сеймалын йыйыу, һаҡлау, таҙартыу һәм һыуытыу, артабан эшкәртеү;
– һыйыр малын, ваҡ малды, сусҡаларҙы, ҡош-ҡортто һуйыу, итен һаҡлау,бүлеү һәм ҡаптарға төрөү (шул иҫәптән балыҡты);
– йәшелсә, картуф, бәшмәк, емеш- еләк, ҡырағай емештәрҙе йыйыу, һаҡлау, сорттарға бүлеү, таҙартыу һәм ҡаптарға төрөү;
– бал һәм башҡа төр умартасылыҡ продукцияһын йыйыу, һаҡлау, ҡушыу һәм
һауыттарға һалыу;
– дарыу үләндәрен, шифалы ҡырағай үҫемлектәрҙе йыйыу, киптереү һәм ҡаптарға төрөү;
– ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, һаҡлау, эшкәртеү, ташыу һәм ваҡлап- күмәртәләп һатыу (автолавкалар);
– тире сеймалын һәм йөн йыйыу, сортлау һәм тәүге эшкәртеү;
– балыҡсылыҡ продукцияһын һаҡлау, ташыу, эшкәртеү;
– сәнәғәт, аҙыҡ-түлек, фураж производствоһы өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген, майлы һәм башҡа культураларҙы эшкәртеү;
– малсылыҡ, ҡошсолоҡ өсөн коллектив файҙаланыу производство инфраструктураһы (капиталь төҙөлөш объекты булмаған).
– Нисек был Программала ҡатнашырға була?
– Программала ҡатнашыу өсөн, түбәндәгеләрҙе башҡарырға кәрәк:
– инициатива төркөмөн төҙөргә (үҙ- үҙҙәренә эшләргә теләүселәрҙе йыйырға);
– эш йүнәлешен билдәләргә;
– инициатива төркөмө ултырышы протоколын төҙөргә (беренсе протокол);
– ауыл хужалғы ҡулланыусылар кооперативын теркәргә;
– конкурста ҡатнашыуға документтар тапшырырға (икенсе протокол);
– артабан ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына бирелгән ҡорамалды ҡабул итеп, эшләй башларға ғына ҡала.
Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы ситтә ҡалмай, проекттарға методик ярҙам күрһәтә.
– Программала ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу нисек башҡарыла?
– Конкурс комиссияһы грант алыуға тдәғүә итеүселәрҙе түбәндәге критерийҙар буйынса балдар системаһы менән баһалай:
– кооператив ағзаларының планлаштырылған һаны;
– инициатива төркөмөнөң һәр ағзаһына иҫәпләгәндә уҙған йылда етештерелгән тауарҙың уртаса күләме;
– инициатива төркөмөнөң һәр ағзаһына ауыл хужалығындағы уртаса эш стажы;
– ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға контракттар булыуы;
– инициатива төркөмө яғынан проектты берлектә финанслау күләме.
Программа ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүгә төп баҫым яһай, был етештереүсе өсөн дә, ҡулланыусы өсөн дә отошло. Өҫтәүенә, тауарҙы етештереүсенең төрөп сығарыуы сифат гаранты булып тора.
– Башҡортостанда быйыл ҡайҙалыр йәшелсә кооперативы, ҡайҙалыр мал һуйыу цехы эшләй башланы. Белеүебеҙсә, был йүнәлештә беҙҙең районда ла эштәр бара.
Тәүге һөҙөмтәләр бармы?
– Был проект беҙҙең район өсөн ауыл биләмәләрен иҡтисади үҫтереү, ауылда яңы эш урындары булдырыу, халыҡтың мәшғүллеген арттырыу, атап әйткәндә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өсөн артып ҡалған продукцияны һатыуға ҡуйыу мөмкинлектәрен бирә. Быйыл ауыл биләмәләрендә йыйылыштар үтте, инициатива төркөмдәре төҙөлдө. Телевидение килгәйне. Халыҡ һәр ерҙә инициативаны хуплап ҡаршы алды.
Конкурстың беренсе этабында беҙҙең райондан 3 инициатива төркөмө ҡатнашты. Ләкин уларҙың икеһе берлектә финанслау өсөн кәрәкле сумманы йыя алманы һәм ҡатнашыусылар исемлегенән төшөп ҡалды.
Конкурс һөҙөмтәһендә беҙҙең районда “Йыланлынан һөт” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлдө. Ул 2997,7 мең һумлыҡ грант отто. Был аҡсаға һөт йыйыу, һаҡлау, таҙартыу, һыуытыу һәм сыр етештереү өсөн ҡорамал һатып аласаҡтар. Кооператив рәйесе итеп Ғиндуллин Олег Шамил улы һайланған. 2019 йылға ла ошондай уҡ конкурс иғлан ителә. 2018 йылдың 7 декабрендә БР Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы консультациялары үҙәге белгестәре ҡатнашлығында йүнәлеш биреү семинары үтәсәк. Граждандарҙың әүҙем ҡатнашыуҙарын
һорайбыҙ.

З. Закирова яҙып алды.

Читайте нас: