Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2018, 16:10

“ҒӘЗИЗ ҮРГЕ ҠЫЙҒЫМДАН ДА ҠӘҘЕРЛЕРӘК ЕР ЮҠ”

Район мәҙәниәт йортонда Үрге Ҡыйғы халҡы һәм ҡунаҡтары ауылдың юбилейын тантаналы билдәләп үтте. Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фойеға күсмә күргәҙмә-экспозиция ҡуйғайны. Мәғариф учреждениелары һәм үҙәк район китапханаһы “Тыуған илем – Ҡыйғым-ҡый” исеме аҫтында китаптар һәм тематик материалдар күргәҙмәһе әҙерләгәйне. Йәш рәссамдарҙың һәм оҫталарҙың эштәре лә урын алғайны.

Ауылдың төп байлығы –хеҙмәт кешеләре.
Тәүге рәттә ултырған һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, производство алдынғылары, ауылдың башҡа
абруйлы кешеләре исеменә бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Һәр ҡайһыһы тынғыһыҙ хеҙмәте менән район үҙәге үҫешенә тос өлөш индергән. Бына улар: Д.Ф. Кирханов – элекке Ленин исемендәге колхоз рәйесе, КПСС-тың район комитеты беренсе секретары, халыҡ депутаттары район советы
рәйесе, бөгөн йәштәргә патриотик тәрбиә биреү эшен алып барыусы; М.З. Хәйруллин – элекке Ленин исемендәге колхоздың алдынғы водителе; Г.С. Николаева – алдынғы һауынсы, халыҡ депутаттары район советы депутаты, партияның район комитеты, профсоюздың район
комитеты ағзаһы, партияның өлкә комитеты ағзаһы; Р.Р. Сәғәҙиев – урман хужалығы алдынғыһы; Ф.В. Сабирйәнова – район үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры; М.Б. Хәлимова – РФ-
ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ- ның халыҡ мәғарифы отличнигы; Р.А. Әхтәмов – хирург, БР-ҙың атҡаҙанған табибы; В.Я. Моратшина – йәмәғәт туҡланыуы берекмәһе
директоры; А.А. Исхаҡов –автотранспорт предприятиеһы механигы; Р.Ҡ. Хафизов – 1-се урта мәктәптең элекке директоры, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры. Барыһына ла рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Байрам сараһы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдиновтың сәләмләү телмәренән башланды. Көслө алҡыштар аҫтында ул 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Б.С. Хәбибуллин менән М.М. Вәлиеваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, Чечня Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы В.В. Хәсбетдиновҡа “Хәрби хәрәкәттәр
ветераны” миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эштәре өсөн һәм Үрге Ҡыйғы ауылының 315
йыллығы уңайынан крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары А. Әхмәтдинов, Ю. Камалов, Ф. Закиров, шәхси эшҡыуарҙар А. Ғәлиәскәров, Р. Әхмәтйәнов, Р. Вәлиева, И. Хәлиуллин, предприятиелар етәкселәре И. Усманов (“Киги Коммунальщик” ЯСЙ-һы), Р. Ҡужин (“Ҡыйғы һыу
каналы” ЯСЙ-һы), Ш. Зарипов (“Башкиравтодор”ҙың Ҡыйғы участкаһы), Г. Ғәлиуллина (Ҡыйғы
мәғлүмәт үҙәге), А. Сәхәүетдинова (“Ауыл биләмәләренең үҙәкләштерелгән бухгалтерияһы” МБУ-һы), шулай уҡ аҡһаҡалдар Советы рәйесе И. Әхмәҙуллин, йорт комитеты рәйесе Ф. Ғайнанов, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров тәбрикләнде.
Ауылдаштары һөйөүе һәм ххөрмәтте билдәһе.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттары ауыл халҡы тәҡдимдәрен ҡарап сыҡҡандан һуң, ауылдаштары, тыуған яғы файҙаһына намыҫлы хеҙмәтитеүселәргә “Үрге Ҡыйғы ауылының Почетлы гражданы” исемен биреү хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был көндө ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев тантаналы шарттарҙа хеҙмәт ветерандары: атҡаҙанған уҡытыусы Рәхимйәнова Рая Таһир
ҡыҙына, атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғималетдинов Малик Имаметдин улына, атҡаҙанған төҙөүсе Нәжипова Сәлихә Фәссәх ҡыҙына, РФ һәм РБ һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры Саҙретдинова Лия Ибраһим ҡыҙына “Почетлы граждан” дипломдарын һәм билдәләрен тапшырҙы.


Ҡунаҡтарҙың ҡотлауы
Ҡыйғы халҡын ҡотларға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты И. Бикбаев килгәйне. Ул хеҙмәт ветераны Д. Кирхановҡа һәм Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиевҡа, шулай уҡ район хакимиәте мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыевҡа РФ Дәүләт Думаһының “Ауыл үҫешенә индергән ҙур тырышлыҡтары өсөн” Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл халҡын БР Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтай депутаты С. Туразянова юбилей менән ҡайнар тәбрикләне.
Яҡташыбыҙ – күренекле шағир, РФ һәм РБ яҙыусылар Союзы ағзаһы Радик Хәкимйән ауылдаштарына тыуған яғына арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ул урындағы музейға үҙ китаптарын, шул иҫәптән “Тормош – мөғжизә” тип аталған яңы шиғырҙар йыйынтығын бүләк итте. Артабан күрше райондар үҙәктәре башлыҡтары А. Чернов (Мәсәғүт ауылы), А. Швецов (Яңы Балаҡатай ауылы), үҙ районыбыҙҙың ауыл биләмәләре башлыҡтары З. Камалов, Ф. Ғиззәтуллин, П. Руднев ҡотлап китте.
Залдағылар тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 17 китап авторы Р. Асҡаровтың сығышын ҙур иғтибар менән тыңланы. Уның хеҙмәттәре аша Ҡыйғы халҡы тыуған яғының тарихы менән ныҡлап таныша. Был сарала ул 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Зифа Хаяз
ҡыҙы Зиннурованың (әлеге көндә мәрхүмә) наградаларын һәм ҡомартҡыларын урындағы музейға тапшырҙы.
“Мин яратам һине, гүзәл тыуған яғым”
Был кистә ауыл гербының презентацияһы булды. Иң яҡшы герб эскизына уҙғарылған конкурста “Алһыу роза” сәнғәт студияһы һәм “Апрель” балалар һүрәт төшөрөү студияһы етәксеһе З. Квасняк еңеүсе булды. “Гербтың ҡап уртаһында ҙур булмаған йыртҡыс ҡош, әммә гүзәл ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡыйғыр кәүҙәһе һүрәтләнгән. Гербтың һары фоны – ҡояшты һәм йылылыҡты, күк төҫө сафлыҡ һәм намыҫты сағылдыра. Кәжегер тауы ауылдың даны булып тора, уға көньяҡ-көнсығыштан ҡараһаң, тау үҙенең мөһәбәт ҡулдары менән ауылды ҡосаҡлап, ҡурсалап
торған һымаҡ”, – тип һөйләне Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы. Автор диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Улар ауылды һәм ауыл халҡын ҡайғыртып йәшәй.
Ҡыйғы халҡы көнкүреште һәм тормошто яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеүселәрҙе лә онотманы. Сәхнәгә хеҙмәт ветерандары, төрлө йылдарҙа ауыл Советы рәйесе вазифаһын башҡарып, халыҡ тормошон яҡшыртыуға ҙур өлөш индереүселәр: Г.А. Хужина, Ж.Ф. Зәйнуллина, М.Б. Исмәғилева, Р.Р. Мирғәлин һәм уларҙың оҙаҡ йылдар эшләгән ярҙамсылары, ауыл Советы секретарҙары (әле был
вазифа эштәр башҡарыусы тип атала) М.М. Ямаева, Р.А. Вәлиева һәм Д.Ф. Ибәтуллина саҡырылды. Уларға шулай уҡ ихлас рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Беҙҙең ауылда баҡсалар гөлгә күмелгән, ихаталар төҙөк
Ауыл көн һайын күркәмләнә бара, яңы өйҙәр төҙөлә, урамдар төҙөкләндерелә. Йыл һайын төҙөкләндереү эштәре буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәрен бүләкләү – сараның иң күркәм өлөшө булды.
“Иң төҙөк ихата” номинацияһында Фәриҙә һәм Эльшан Мамедовтар, Гөлнара һәм Рәүеф Сәйфутдиновтар, Динара һәм Рөстәм Әхмәҙуллиндар, Рәсимә һәм Риф Шәрәфутдиновтар еңеүсе булды. “ Иң күркәм шәхси предприятие” номинацияһында “Союз” ЯСЙ-һы ( Азалия Низамутдинова), “Р. Гергель” ШП-һы (Руслан Гергель),”Ҡыйғыр” кафеһы (Мөслимә Әлбиева)
еңеп сыҡты.
“Иң төҙөк бюджет ойошмаһы” номинацияһында “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (етәксеһе Д. Хисамутдинова), Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы (директоры Р. Әхмәҙуллин) һәм Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто (директоры Р. Мөхәмәтдинова) уңыш яуланы.
“Алтын парҙар” йәш быуынға күркәм өлгө.
Байрам сараһында ғаилә ҡороп йәшәү башлауҙарына 50 йыл тулыуын быйыл билдәләгән парҙарҙы хөрмәтләү айырым урын алып торҙо. Миңниса менән Марсель Хәлиловтарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров исеменән ҡотлау һәм бүләк
тапшырылды. Хәлиловтар – хеҙмәт ветерандары, оҙаҡ йылдар тырышып тыуған яҡтары файҙаһына хеҙмәт иткәндәр, ҙур йәмәғәт эше алып барғандар, ике һоҡланғыс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн улар күңел йылыһын һәм үҙ тормош тәжрибәһен ейәндәренә бирә.
Йәштәр ғашиҡ була, тормош ҡора, балалар үҫтерә.
Йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, ғаилә ҡороуы, йорттар һалып балалар үҫтереүе бигерәк тә ҡыуандыра. Йәш ғаиләләр араһында күп балалы парҙар ҙа байтаҡ. Был тантанаға өйләнешеп, яңы туйҙарын үткәргән Дарья һәм Айҙар Низамутдиновтар саҡырылғайны. Шулай уҡ Рима һәм
Вадим Фазыловтарҙың ғаиләләрен тәбрикләнеләр. Уларҙың ошо көндәрҙә өсөнсө улы донъяға килгән.
Алмашҡа аҡыллы һәм талантлы йәш быуын үҫә.
Ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев ҡулынанан уҡыу алдынғылары М. Рабцевич (Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы), К. Шәфиева ( 2-се һанлы мәктәп) һәм А. Фазылова (Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалы); шиғыр уҡыусылар конкурсы еңеүселәре – Үрге Ҡыйғы лицейы
уҡыусылары Я. Ураҙгилдина менән Р. Низамова; “Минең тыуған яғым” һүрәттәр конкурсы еңеүселәре – А. Бикбатыров (2-се һанлы мәктәп) һәм лицей уҡыусылары В. Бурова, Д. Ситдиҡова, З. Ишмөхәмәтова; фотоһүрәт конкурсы еңеүселәре – Р. Йыһаннурова, А. Кәримов, Д. Максаров бүләктәр алды. Сәхнәгә сыҡҡан С. Сийәрованы – кескәйҙәр араһында “Ҡыйғы һылыуы” конкурсы еңеүсеһен залдағылар алҡышлап ҡаршы алды.
Байрам өс сәғәттән артыҡ барҙы, концерт номерҙары барыһының да күңеленә хуш килде. Был көндө Ҡыйғы халҡы бер-береһенә яҡын булыуын тағы ла бер ҡат тойҙо.
Ауылдың үҫеш перспективаһы ҙур.
Үрге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Н. Шәмиев түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Ауыл биләмәһендә демографик хәл ыңғай тенденцияға эйә. Йыл һайын 50–60 яңы йорт һалына, 3–4 яңы урам барлыҡҡа килә. Ауыл биләмәһе 29528 га ергә эйә. Теләүселәргә йорт һалыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу, бесәнлек һәм көтөүлек өсөн ерҙәр бүленә. Әлеге ваҡытта генераль план буйынса ер участкалары бүленеп бөткән.
Ауыл территорияһында 58 ойошма-предприятие, 88 магазин, 7 сауҙа үҙәге эшләй. 171 шәхси эшҡыуар, 29 КФХ теркәлгән. Халыҡ ялы өсөн район мәҙәниәт йорто, китапханалар, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 15 кафе, 4 спорт залы, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы, быуа,
стадион бар. Ҡышҡы осорҙа хоккей майҙансығы, яҡтыртылған саңғы трассаһы, һырғалаҡ, тюбинг трассаһы, ял базаһы асыла.
Быйыл “Ҡала мөхите” программаһы буйынса мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияланды. Яңы урамдарҙа юлдар һалына. Ауыл аҡрынлап заманса энергия һаҡлау лампалары менән яҡтыртыуға күсә, микрорайон территорияһы тәртипкә килтерелә. “Магнит” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанды
төҙөкләндереү башланды. Тау аҫты урамына һәм төньяҡ микрорайонға һыу селтәрен төҙөүгә әҙерлек бара.
Артабан Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Еңеү паркын һәм һәйкәлдәрҙе, көньяҡ-көнбайыш микрорайондағы паркты, М. Сәхәүетдинова скверын реконструкциялау башланасаҡ.
Совет урамында йәйәүлеләр аллеяһы төҙөләсәк.
Ҡәҙерле яҡташтар! Ауылыбыҙҙың киләсәге тәү сиратта үҙебеҙҙән – уны заманса, уңайлы төҙөк итеүгә күпме тырышлыҡ һалыуыбыҙҙан, ни тиклем үҙ-ара ихтирамлы булыуыбыҙҙан тора. Йөрәктәребеҙҙә ауылыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо йәшәһен ине!”

Л. Саҙретдинова.
Автор фотоһы.





Читайте нас: