Рәбиғел Әүүәл айы дауамында мәсеттәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә байрам саралары үткәрелә.
22 ноябрҙә Ҡолбаҡ ауылында йәшәүселәр ҙә был байрамды билдәләп үтте.
Сараға Үрге Ҡыйғы ауылынан имам-хатип Йәлил Тәүәбилов саҡырылды. Йәлил Ғилметдин улы йыйылыусыларҙы ошо матур байрам уңайынан тәбрикләп, Алла илсеһенең тормош юлы тураһында һөйләне, вәғәз һәм доға уҡыны.
“Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) – барлыҡ мосолмандар өсөн юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө. Шуға ла Мәүлит кисе беҙҙең йөрәктәребеҙҙәге иманды нығытыуға, әхлаҡлылығыбыҙҙы яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Пәйғәмбәрҙең ҡушҡандарын үтәү – Аллаға эйәреү ул,” – тине дин әһеле.
Артабан салауаттар, мөнәжәттәр уҡылды. Айырыуса Мөнирәнең һәм Нурия Рамазанованың мөнәжәттәре һәр кемде тәьҫирләндерерлек булды. Ауылда мәсет бер нисә йыл эшләй инде. Быйыл ауыл халҡы тырышлығы менән ул йылытыла башланы. Мәғәмүр Ғәлимов бик яҡшы мейес сығарҙы. Ир-егеттәр ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләне.
Мәүлит байрамы матур үтте. Йыйылыусылар имам-хатиб менән бергә доға ҡылды, байрам ашын ауыҙ итте.
Б. Рәхмәтуллин. Ҡолбаҡ ауылы. Һүрәттә: имам-хатиб Й. Тәүәбилов.