Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2018, 14:05

ЯҢЫ ЙЫЛҒА БҮЛӘККӘ – БУШЛАЙ 20 КАНАЛ

Район халҡы икенсе мультиплекс менән файҙалана ала.Ҡыйғы халҡы 20 цифрлы канал менән Яңы йылды ҡаршылай һәм байрамдарҙы үткәрә ала.

РТРС-1 пакеты (беренсе мультиплекс): “Беренсе канал”, “Рәсәй 1”, “Матч ТВ”, НТВ, “Бишенсе ка нал”, “Рәсәй К”, “Рәсәй 24”, “Карусель”, ОТП һәм “ҮҙәкТВ”.
РТРС-2 (икенсе мультиплекс): ”Рен ТВ”, “Спас”, СТС, “Домашний”, “ТВ-3”, “Йома”, “Йондоҙ”, “МИР”, ТНТ һәм “Муз ТВ”.
Республиканың төньяҡ-көнсығышында: Ҡыйғы, Дыуан, Салауат, Балаҡатай, Мәсетле, Ҡариҙел, Нуриман һәм Асҡын райондарында икенсе мультиплекстың тест трансляцияһы башланған да инде. “Рәсәй Федерацияһында 2009–2018 йылдарҙа телерадиотапшырыуҙары үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, аналоглы күрһәтеүҙе кәметеүҙе башлар алдынан, икенсе мультиплекс каналдарын 50 меңдән күберәк халыҡ йәшәгән район һәм ҡалаларҙа ғына трансляциялау тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Элек 20 цифрлы каналды Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет, Күмертау, Бәләбәй, Нефтекама, Октябрь һәм Ағиҙел ҡалаларында йәшәүселәр генә ҡарай ала ине. Мәғлүмәт тигеҙһеҙлеген бөтөрөү – телерадиотапшырыуҙар программаһын үҫтереүҙең төп бурыстарының береһе. Телевидение тапшырыуҙарын хәҙер һәр ерҙә, хатта элек был мөмкинлекте күҙ алдына килтереп булмаған ерҙә лә, ҡарап була.
Башҡортостан Республикаһында 216 цифрлы станция төҙөлгән һәм эшләй. Улар төбәктең 95% процент халҡын телевидение сигналы менән тәьмин итә. Хәҙер цифрлы каналдар һаны икеләтә артҡан. Был программаларҙың, яңы шәхестәр, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән осрашыуҙарҙың да икеләтә артыуы хаҡында һөйләй.
Башҡортостан Республикаһындағы РТРС филиалы директоры Юрий Матвеев: “Икенсе мультиплекс тапшырғыстарын эшләтеп ебәреү – бөтә төбәкте һәм дөйөм алғанда бөтә илде цифрлаштырыуға табан булған мөһим һәм законлы аҙым. Бер нисә йыл элек кенә район халҡы дүрт аналог каналынан артыҡ ҡарай алмай ине. Әлеге көндө улар бөтөнләй яңы сифатта 20-гә етте. Яңы технологиялар индереү һәм берҙәм стандарт булдырыу арҡаһында бар халыҡ мәғлүмәт ҡабул итеүҙә тигеҙ мөмкинлектәргә эйә булды. Был бөгөнгө ысынбарлыҡ шарттарында иң мөһим хоҡуҡтарҙың береһе”, – тине.
Цифрлы телевидение һәм уны тоташтырыу юлдары хаҡында СМОТРИЦИФРУ.РФ сайтында , йә иһә РТРС- тың бушлай ҡыҙыу линияһы– 8-800-220-20- 02 телефоны аша күберәк белә алаһығыҙ. Наш корр.

Читайте нас: