Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2018, 14:25

Ихатала ҡаҙ – ғаиләлә муллыҡ һәм байлыҡ

Туғыҙлы ауылында ҡаҙ өмәһе ойоштороролдо

Быйыл ауылдаштарын ҡаҙ өмәһенә Клара һәм Абдулбарый Ғирфановтарҙың тырыш ғаиләһе йыйҙы. Татар милли-мәҙәни автономияһының урындағы бүлексәһе рәйесе В. Сәйфуллин һәм Туғыҙлы ауылы күп функциялы мәҙәниәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы был сара күркәм байрам төҫөн алды. Унда район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты С. Туразянова, район йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙ килеүгә Ғирфановтар йортонда ике ҙур самауыр ҡайнап сыҡҡайны. Һимер- телгән, яҡшы тәрбиәләнгән Линда тоҡомло ап-аҡ ҡаҙҙар һарай эсендә эре генә йөрөй, ҡаңғылдаша ине.
Хеҙмәт ветерандары Абдулбарый Хәлил улы менән Клара Флюр ҡыҙы 40 йыл бергә ғүмер итә, ихатала кәзә, ҡуян аҫрай, йыл һайын кәмендә 30 баш ҡаҙ үҫтерә. “Ҡаҙ бәпкәләрен урындағы
“Био-Ҡаҙ” ЯСЙ-һынан алабыҙ, бында һатыуға һау-сәләмәт бәпкәләр сығарыла. Йәйен көнө буйы йылға буйында булалар. Бойҙай, арпа һәм һоло бешереп ашатабыҙ, кишер менән
бәрәңге ваҡлап бирәбеҙ,” – тип һөйләй йорт хужаһы. Уның тормош иптәше Клара Хәлил ҡыҙы “Био-Ҡаҙ” ҡошсолоҡ хужалығында ашнаҡсы булып эшләй, ул да ҡаҙ үҫтереү серҙәре менән бүлеште. “Ҡаҙ
– күркәм һәм аҡыллы ҡош, унан һуң, бер нимәһе лә сарыф ителмәй. Ҡаҙ –мамығынан мендәр, юрған, ҡанаттарынан бумала яһайбыҙ. Ҡаҙ итен ҡаҡларға, тоҙларға була, майын ат ҡаҙылығына ҡушабыҙ. Ауылда ҡаҙ ите менән картуфтан тәмле бәлеш бешерәләр. Ҡаҙ майы менән ҡоймаҡ
майлайбыҙ. Унан һуң ҡаҙ майын дауалау сараһы итеп тә ҡулланабыҙ: ҡолаҡтар йә иһә бит туңһа, һыуыҡ үткәндә күкрәкте ҡаҙ майы менән ыуабыҙ. Ғәҙәттә, ҡаҙҙарҙы һуйғас, йөнөн йолҡоу өсөн ике
ҡул ғына етмәй, шуға күрә уңған әхирәттәремде өмәгә саҡырабыҙ”, – тип һөйләй
йүнсел хужабикә.
Уңған ҡатын-ҡыҙҙар эште етеҙ генә башлап та ебәрҙе. Иң тәүге булып ҡаҙ йолҡоуға хужабикәнең өлкән әхирәте – Сания Ғарипова тотондо һәм халыҡтың яратҡан йырын – “Ҡаҙ ҡанатын” башлап
ебәрҙе, уға Алфира Ғәниева, Фәнүзә Ғәниева, Фәриҙә Ғарипова, Фәнзирә Носратуллина, Юлиза Сәйфуллина ҡушылып китте. Улар барыһы ла – урындағы “Шишмәләр” фольклор ансамбле ағзалары, талантлылар һәм уңғандар.
Туғыҙлы ауылы халҡы ҡаҙ ҡанатына һәм мамығына һаҡсыл ҡарай, термик эшкәртеү ҡулланылмай. Ҡыштың тәүге көнөндә һуйылған ҡаҙҙар еңел һәм тиҙ йолҡондо. Оҙаҡламай уларҙың эсен-тышын таҙартып, йылғаға сайҡарға алып төшөргә лә ваҡыт етте. Урам шау-гөр килде, гармунсы Р. Ғәләүетдинов гармун тартып ебәрҙе, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә йыр менән ҡатнаш күңелле уйындар уйнаны, һалҡында өшөмәҫ өсөн, ваҡ бәлеш һәм ҡоймаҡ менән ҡайнар самауыр сәйе эсте.
Семәрле көйәнтәләргә ҡаҙ түшкәләрен аҫҡан ҡатын-ҡыҙҙар теҙелешеп йылғаға юлланды. Киләһе йылға ла хужаларҙың ҡаҙҙары ишерелеп уңһын, тигән теләктәр менән улар ҡаҙҙарҙы таҙа һалҡын һыуҙа йыуып алды. Әхирәттәрҙең береһе, алдағы йыл да уңышлы булһын, тип юрап, йолҡонған ҡанат үҙәктәрен тирә-яҡҡа һибеп сыҡты. Шул арала яр буйында, һалҡын ел иҫеүенә ҡарамаҫтан, барыһы ла күңел асты, йырланы һәм бейене.
Артабан муллыҡ байрамы урындағы мәҙәниәт усағы бинаһына күсте. Йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов йылы тәбрикләне. “Бергәләшеп “Ҡаҙ өмәһе” йолаһын үткәреү – халҡыбыҙҙың хеҙмәт традицияларын һаҡлап ҡалыу буйынса мәҙәни бренд булып торһон,” – тине Шамил Радил улы.
БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты С. Туразянова сарала балаларҙың да әүҙем ҡатнашыуының мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Һеҙ бөгөн быуаттар төпкөлөнән килгән изге йоланы йәш быуынға тапшырҙығыҙ,” – тине Светлана Владимировна. Ул Башҡортостан татарҙары милли- мәҙәниәт автономияһы рәйесе Р. Үтәшева исеменән урындағы китапханаға китаптар һәм
балалар баҡсаһында тәрбиә-ләнеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Клара һәм Абдулбарый Ғифановтар ҙа депутат ҡулынан бүләк алды. Татарҙарҙың милли-мәҙәниәт автономияһы урындағы
ойошмаһы етәксеһе В. Сәйфуллин, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Г. Зарипова, “Аҡ ҡалпаҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе С. Ғәниева, Учалы ҡалаһы ҡунағы П. Шнуровта йылы теләктәрен һәм рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп китте. Сәхнәлә йәш талантлы йырсылар А. Камалов менән И. Шәрифуллин, бейеү коллективтары сығыш яһаны.
Артабан йола буйынса хужалар ҡунаҡтарҙы һәм өмәселәрҙе яңы һуйылған ҡаҙ ите һәм ашы менән һыйланы.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.



Читайте нас: