Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, шыршы баҙарҙары район үҙәгендә 10 декабрҙән һуң эшләй башлаясаҡ. Шыршы һәм ҡарағай ағастары һатыласаҡ. Урман ҡупшыҡайының хаҡы 200 һумдан башланасаҡ һәм ағастың бейеклегенә бәйле буласаҡ. Шулай уҡ шыршы ботаҡтарынан букеттар ҙа һатыуға сығарыласаҡ.
Шыршы баҙарына килеүселәргә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәшел шыршы- ҡайҙы һайлап алырға ярҙам итәсәк.
Иғтибар! Яңы йыл алдынан дәүләт урман һаҡлау хеҙмәте урманды законһыҙ киҫеүҙән һаҡлауҙы көсәйтәсәк. Полиция хеҙмәт- кәрҙәре менән берлектә юлдарҙа даими
рәүештә рейд саралары ойоштороласаҡ.