Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2018, 16:28

БЕҘ СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ЯҠЛЫ

Бөгөн ВИЧ һәм СПИД-ты киҫәтеү айырыуса көнүҙәк мәсьәлә булып тора, ВИЧ-ыңғай тип табылған кешеләр һаны көн һайын арта бара. Был бәлә әлегә “ҡайҙалыр” йыраҡта, беҙҙең менән ундай хәл булмаҫ кеүек, әммә һандар икенсе хаҡта һөйләй һәм беҙҙе уйланырға мәжбүр итә. Һаулыҡ өсөн көрәштә профилактика мөһим урын алып тора.

Йыл һайын мәктәптәрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған саралар үткәрелә. Ошо көндәрҙә Төнъяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Ҡыйғы районы бүлексәһе психологы Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбенең 10–11-се класс уҡыусылары менән “Беҙ сәләмәт тормош яҡлы” тип аталған мәғлүмәт дәресе үткәрҙе. Сара барышында балалар “Һеҙ СПИД тураһында нимә беләһегеҙ?” тесы һорауҙарына яуап бирҙе, һуңынан ВИЧ-инфекция, СПИД, ВИЧ сиренең СПИД-ҡа әйләнеү стадияһы, ВИЧ сирен нисек асыҡлап булыуы, уға ҡаршы профилактика саралары хаҡында мәғлүмәт биргән видеоролик ҡараны. Инфодәрестең төп маҡсаты “Бөгөн ВИЧ проблемаһы һәр кемгә ҡағыла” тигән фекерҙе тыңлаусыға алып барып еткереү ине. Социаль хәленә, ниндәй тормош алып барыуына, ғәҙәттәренә ҡарап тормай, вирус һәр кешенең организмына эләгеүе мөмкин. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тормош – ул бүләк һәм беҙҙең алдыбыҙҙа һәр ваҡыт һайлап алыу мөмкинлеге бар. Тормошта нисек йәшәүебеҙҙе: ғүмер буйы сирҙән ғазапланыуҙы йә иһә үҙ һаулығыбыҙ хаҡында ҡайғыртыуҙы тап үҙебеҙ һайлай алабыҙ.
Г. Ғәниева.

Читайте нас: