“Беҙ граждандарыбыҙ менән партнерҙар булырға тейешбеҙ. Халыҡҡа мөмкин тиклем асыҡ булырға һәм уларҙы ишетә белергә кәрәк, – тип иҫәпләй Радий Хәбиров. – Көслө хакимиәт башлыҡтары – көслө республика. Шуға ла мин беҙҙең приоритеттарыбыҙ бер үк булыуын теләр инем”.
“Инцидент” терәк һүҙҙәр буйынса биш социаль селтәрҙе – “Бәйләнештә”, “Фэйсбук”, “Класташтар”, “Инстаграм” һәм “Твиттер”ҙы контролдә тота. Автоматик мониторинг системаһы “ҡыҙыу” темаларҙы асыҡлай, түрәләргә проблемалар тураһында мәғлүмәт бирә, дедлайн билдәләй һәм мәсьәләнең хәл ителешен күҙәтә. Ниндәй белдереүҙәргә власть яуабы талап ителеүен төбәк администраторы хәл итә. Проблеманың масштабына ҡарап, министрлыҡтар йә иһә муниципалитеттар белдереүгә яуап бирергә тейеш. Төрлө селтәр- ҙәрҙәге бер үк темаға ҡағылышлы бер нисә пост бер кейсҡа берләштерелә һәм “инцидент” тип таныла (системаның исеме лә ошонан).
Республика Башлығы вази- фаһын башҡарыусы исеменә беҙҙең райондан да мөрәжәғәттәр булған.
“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙгә беҙҙең райондың һәм үҙем йәшәгән ауылдың бер нисә ҙур проблемаһы хаҡында белдерергә теләйем, – тип яҙа Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Ш. – Тәүге проблема социаль яҡлау бүлеге ябылыуға бәйле. Ниндәйҙер справка алыу өсөн, беҙгә күрше районға барырға тура килә, ә был ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әгәр, мәҫәлән, ниндәйҙер бер белешмә булмаһа, кире бороп ҡайтаралар. Йәшерәк кешеләр өсөн ҡабат барып йөрөү әллә ни ҡыйын булмаһа ла, оло йәштәгеләргә, кескәй балаларын ҡалдырырға урын булмаған ҡатындарға бик ауырға тура килә. Төньяҡ-көнсығыштың 3–4 районында социаль яҡлау бүлектәре ябылғанлыҡтан, Мәсәғүт ауылында сират бик ҙур була. Зинһар өсөн, социаль яҡлау бүлектәрен кире ҡайтарығыҙ!
Икенсе проблема – ул беҙҙең дауахана һәм ундағы персоналдың пациенттарға тупаҫ мөнәсәбәте. Минең үҙемә лә бер нисә тапҡыр үҙәк район дауаханаһында булырға тура килде, табиптар ҡабул итеүгә килеүселәр менән бик уҫал аралаша. Ҡайһы берҙәре эш уры- нында эш компьютеры аша социаль селтәрҙәрҙе ҡарап ултыра. Етмәһә, шундай ризаһыҙ йөҙ менән ҡабул итәләр, әйтерһең, беҙ улар алдында ғәйепле һәм бурыслы. Шулай уҡ бахиллалар мәсьәләһе лә бик аңлашылып етмәй. Ни өсөн беҙ уларҙы һатып алырға тейеш? Бушлай бирелергә тейеш түгелме ни?
Өсөнсө ҙур проблема – авария хәлендәге Түбәнге Ҡыйғы ауылы клубы. Халыҡҡа мәҙәниәт усағы кәрәк. Ауылда йәшәүселәр һаны йылдан-йыл арта.
Ауыл биләмәһе башлығы Руднев Петр Павловичҡа бик рәхмәтлебеҙ, әлбиттә, ул ауылдың үҫешенә һәр яҡлап тырышлыҡ һала”.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов был мөрәжәғәт буйынса ошондай яуап бирҙе:
“Түбәнге Ҡыйғы ауылында яңы мәҙәниәт йорто һалыу проблемаһы, ысынлап та, бик актуаль. Әлеге бинаһына 59 йыл һәм ул бөгөн авария хәлендә. Унда ниндәй ҙә булһа саралар уҙғарыу хәүефле. Ҡыйғы районы хакимиәте был проблеманы хәл итеү өҫтөндә эшләй. Түбәнге Ҡыйғыла 150 урынлыҡ яңы мәҙәниәт йортон һалыуға проектсмета документацияһы әҙерләнгән. Ибраһим урамы, 90 адресы буйынса ер участкаһы бүленгән. Республика адреслы инвестицион программаға (РАИП) индереү өсөн, заявка БР Мәҙәниәт министрлығына ебәрелгән. Ыңғай ҡарар сығарылһа, яңы мәҙәниәт йортон һалыу 2019 йылда башланасаҡ.
Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы табиптарының пациенттарға тупаҫ мөнәсәбәтенә килгәндә, 2018 йылдың мартында һәм октябрендә дауахана персоналы менән эшлекле осрашыуҙар уҙғарылды. Уларҙа башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән бындай ҡыланыштың урынһыҙлығы тураһында һорау ҡуҙғатылды. Әгәр һеҙгә бындай факттар менән әле лә осрашырға тура килһә, аныҡ исем-фамилияны күрһәтеп, Ҡыйғы районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ҡыйғы районы хакимиәтенең рәсми сайты аша хәбәр итергә мөмкин – унда “Ҡабул итеүҙәр” бүлеге бар. Анонимлыҡ гарантиялана.
З. Закирова әҙерләне.