Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2018, 17:15

“Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм эшкәртеү тарифтары ҡайтанан ҡарауҙы талап итә”

Республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеү өсөн хаҡтар тарифтары буйынса ҡарарҙы 20 декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса хәбәр итәсәк. Алдан хәбәр ителгән нормативтар һәм тарифтарҙың ярайһы уҡ ҙур булыуы сәбәпле, уларҙы ҡабаттан ҡарарға хәл ителде.

Яңы коммуналь хеҙмәт – сүп-сарҙы сығарыу хаҡы ике параметрға бәйле: БР Экология министрлығы тәҡдиме менән БР Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән сүп-сар йыйылыу нормативына һәм төбәк операторы – урындағы власть тарафынан ошо территориялағы бар сүп-сар өсөн яуаплы коммерция компанияһының 1 килограмм сүп-сар сығарыуға билдәләгән тарифына. Быға тиклем ҡалдыҡтар йыйылыу нормалары атап үтелгәйне: күп фатирлы йортта йәшәүсе – йылына 2,6 кубометр, ә шәхси өйҙә йәшәүсе 3,7 кубометр сүп-сар сығара. Ноябрь айында Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты төбәк операторҙарының (улар республикала дүртәү) ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса хеҙмәттәр тарифын иҫәпләп сығарғайны. Ул, өҫтәмә хаҡҡа һалымды (НДС) индереп, 1 кубометр өсөн 650,40 һум тәшкил итте. Бынан сығып, Башҡортостан халҡына 2019 йылдың 1 ғинуарынан сүп-сар сығарыу өсөн күпме түләргә тура киләсәге фаразланды. Күп фатирлы йорттарҙа бер кешегә – айына 140,92 һум, ә шәхси өйҙәрҙә 200,54 һум түләү ҡаралды. Әммә был сумманы халыҡ артыҡ юғары тип ҡабул итте. Айырыуса килемдәре ҡала ерендә йәшәүселәргә ҡарағанда күпкә түбән булған ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн был хеҙмәткә түләү хаҡы юғары булып күренә. “Федераль закондар тарафынан ярайһы уҡ ҙур ташламалар ҡаралған булыуына ҡарамаҫтан, бик юғары күрһәткестәр алынған, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Түләү хаҡы аңлайышлы булырға тейеш һәм граждандар хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты яҡшырмаған осраҡта, артыҡ түләргә тейеш түгел. Шулай уҡ ауылдар категорияһынан, йыйылған ҡалдыҡтарҙың ысынбарлыҡтағы үлсәменән сығып, дифференциаль ҡараш талап ителә.” Дөйөм алғанда, төбәктең тейешле органдары тарифтар һәм нормативтар мәсьәләһенә формаль ҡараған. Ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыуҙың террито- риаль схемалары буйынса фекер алышыуҙар үткәрелмәгән һәм ысынбарлыҡта был мәсьәләне хәл итеүҙә халыҡ бөтөнләй ҡатнашмаған. Былар барыһы ла тарифтарҙы һәм нормативтарҙы ҡайтанан ҡарап сығыуҙы талап итә. Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы схемаһына күсеүгә ваҡыт бик аҙ ҡала, ә хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Төбәк операторҙары белдереүенсә, контейнерҙар майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Бөгөнгө көндә төбәктә улар 9 меңгә яҡын, тағы ла 5 меңләп талап ителә. Уларҙы булдырыу – муниципалитеттарҙың бурысы, ләкин улар ашыҡмай – өс контейнерлы майҙансыҡ булдырыу өсөн 100–150 мең һум аҡса талап ителә. “Беҙҙең районда бөгөнгө көндә Үрге Ҡыйғы ауылындағы Микрорайон сүп-сар контейнерҙары менән тулыһынса тәьмин ителгән, яңы йылдан район үҙәгендәге шәхси йорттарҙан да ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу планлаштырыла. Башҡа ауылдарҙа сүп-сарҙы йыйыу өсөн махсус бункерҙар ҡуйыу көтөлә, ауыл биләмәләре хакимиәттәре тарафынан бункерҙар урынлаштырыласаҡ майҙансыҡтар өсөн урындар билдәләнгән”, – тип аңлаттылар беҙгә район хакимиәтендә. Әгәр муниципалететтар ваҡытында барыһын да эшләп өлгөрмәһә, санкцияланмаған яңы сүплектәр барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шулай уҡ булған сүп полигондарының (реестрға ингәндәре – 35) тулы булыуы, шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа уларҙың бөтөнләй булмауы ла ауыр мәсьәлә булып тора. БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы М. Фәтҡуллин әйтеүенсә, төбәктә тағы ла реестрға инмәгән 15 полигон бар, уларҙы ведомство резерв рәүешендә ҡарай. Сүптәрҙе төрҙәргә айырыусы, сүпте тейәүсе комплекстар, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе предприятиелар талап ителә. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, юҡҡа сығарыу, үтилләштереү, зарарһыҙландырыу, күмеү эшмәкәрлеген ойоштороу һәм башҡарыу системаһы тулыһынса һүрәтләнгән территориаль схема раҫланған. Уның электрон моделе менән БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында танышырға була. Әлеге көндә Башҡортостан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең яңы системаһына күсеү шарттарында Рәсәйҙең сүп-сар коллапсы хәүефе янаған 19 төбәге араһына инә. Бының төп сәбәптәре булып ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү полигондарының булмауы, булғандарының тулыуы, шулай уҡ халыҡҡа был төр хеҙмәтте күрһәтеү хаҡының ҡырҡа артыуы тора. Константин Толкачев яңы системаға күсеүҙе 2019 йыл дауамында башҡарыу, түләүҙең яңы системаһын индергәндә ташламаларға хоҡуғы булған граждандар даирәләрен арттырыу тәҡдиме менән сыҡты.
С. Исмәғилева әҙерләне

Читайте нас: