Көн Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы экскурсиянан башланды. Ҡунаҡтарҙы музей директоры Р. Мирғәлин ҡаршы алды, ул Үрге Ҡыйғы ауылының 315 йыллыҡ тарихына, күренекле яҡташтарыбыҙға арналған стендтар һәм башҡа экспозициялар менән таныштырҙы. Күптәргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм хеҙмәт ветерандары хаҡындағы материалдар тупланған Хәрби Дан залы оҡшаны. Урындағы рәссам З. Квасняктың картиналары күргәҙмәһе айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты, ҡунаҡтар авторҙың тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һүрәтләгән пейзаждарҙы һоҡланып ҡараны.
Экскурсиянан һуң йыйылыусылар район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин менән осрашты, уға үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
Сараның музыкаль өлөшө “Ҡыйғыр” кафеһында үтте, һәр кем үҙ талантын күрһәтә алды: кемдер үҙе ижад иткән шиғырҙы уҡып ишеттерһә, кемдер йырланы һәм бейене. Шахмат, шашка турнирҙары, ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо, теләге булғандар армрестлингта көс һынашты. Еңеүселәр приздар менән бүләкләнде. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар торлаҡ алыуға документтар тултырыу буйынса белгес кәңәштәрен алды.
– Һаулыҡ мөмкинлеге сикле булған граждандар айырым ярҙамға, башҡа кешеләр менән аралашыуға мохтаж. Һәм беҙҙең иң төп бурысыбыҙ – уларға тулы тормошта йәшәргә, үҙҙәренең мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен күрһәтергә ярҙам итеү. Киләсәктә Пенсия фонды, социаль ярҙам күрһәтеү, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә спорт ярыштары, “түңәрәк өҫтәл” үткәреү планлаштырыла, – тип һөйләне район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Р. Хәсәнова.
Н. Нәғимов.