ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Дим районы мәктәбендә 12 декабрҙә иртән ғәҙәттән тыш хәл булған. Сәғәт 11-се ярты тирәһендә ҡаланың мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә 101-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһының икенсе ҡатта газ баллонынан һиптереүе тураһында хәбәр килгән. Шул сәбәпле 15 бала медпунктҡа мөрәжәғәт иткән, уларҙың 8-ен ашығыс ярҙам дауаханаға тикшерергә алып киткән. Уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре белем усағынан эвакуацияланған. «Әле биналар елләтелә. Шунан һуң белем биреү процесы дауам итергә тейеш. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.