Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2018, 17:10

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады ойошторола

Өфөлә 25 декабрҙә Ленин исемендәге майҙанда Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Йолаға әүерелгән сарала баш ҡаланың 400-гә яҡын Ҡыш бабайы ҡатнаша, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

ӨФӨ, 2018 йыл, декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөлә 25 декабрҙә Ленин исемендәге майҙанда Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Йолаға әүерелгән сарала баш ҡаланың 400-гә яҡын Ҡыш бабайы ҡатнаша, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте. Программала «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө, ҡала мәҙәниәт һарайы оркестрының сығыштары, күңел асыуҙар һәм уйын-көлкө ҡаралған. Бынан тыш, төп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында үҙәк ҡала шыршыһын асыу тантанаһы була. Ҡыш бабайҙар сәғәт 5-се яртыла теҙелә башлай, сара үҙе — сәғәт 6-ла.
Читайте нас: