Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 18:19

Башҡаларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итеү - үҙеңде хөрмәт итеү

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһы тарафынан 1948 йылдың 10 декабрендә Дөйөм кеше хоҡуҡттары декларацияһы ҡабул ителә. Ошо датаға ҡарата Ҡыйғы мәғлүмәт үҙәгендә “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды, унда “Аҡ таҫма” акцияһына йомғаҡ яһалды, кеше хоҡуҡтарының бөгөнгө торошо мәсьәләләре тикшерелде.

Конституция көнө алдынан ошондай сараны уҙғарып, кеше хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге иң актуаль проблемалар тураһында фекер алышыу идеяһы райондың ижтимағи ойошмалары лидерҙарында барлыҡҡа килә. Модератор сифатында Республика йәштәргә социаль, психологик һәм мәғлүмәт-методик ярҙам күрһәтеү үҙәге Төньяҡ филиалы етәксеһе Р. Ҡыямова сығыш яһаны. БР-ҙың кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиленең Ҡыйғы районындағы ижтимағи ярҙамсыһы А. Монасов йыйылыусылар иғтибарын сирек быуат элек ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Дөйөм декларация ниндәй роль уйнауына йүнәлтте.
Район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Л. Лоҡманова ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын ниндәй проблемалар борсоуы тураһында һөйләне.
Федераль яза үтәү хеҙмәтенең Дыуан муниципаль- ара филиалы өлкән инспекторы А. Йыһангиров, барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын күҙәтеү, тип билдәләне. РФ-ның кеше хоҡуҡтарына ҡағылышлы закондары тураһында һөйләне. Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһының, РФ-ның Хөкөм һәм башҡа кодекстарының төп положениелары бер үк идеяны күҙ уңында тота: кешеләр бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булырға, тирә-яҡтағыларҙың хоҡуҡтарына һәм азатлығына зыян килтермәҫкә тейеш.
Төньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең Ҡыйғы районындағы бүлексәһе белгесе Г. Ғәниева бала хоҡуҡтары, атап әйткәндә, имен булмаған ғаиләләрҙә үҫеүсе балалар проблемаһына туҡталды. “Барлыҡ балалар ҙа имен шарттарҙа йәшәргә һәм тәрбиәләнергә, белем алырға хоҡуҡлы. Үкенескә ҡаршы, бәлиғ булмаған балалар төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр тормош хәленә тарый. Мохтаждарға ярҙам күрһәтеү өсөн беҙҙә “Әйберҙәр банкы” бар, унда изге күңелле кешеләр күпмелер ҡулланыуҙа булған, әммә яҡшы тороштағы өҫ һәм аяҡ кейемдәрен, мәктәп кәрәк- яраҡтарын килтерә. Уларҙы беҙ таратып бирәбеҙ. Был да тирә-яҡтағыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау булып тора бит,” – тип һөйләне Г. Ғәниева.
Ветерандарҙың һәм пенсионерҙарҙың бушлай медицина ярҙамына хоҡуҡтарын бойомға ашырыу тураһында район ветерандар советы рәйесе Д. Ибәтуллина бәйән итте. Пенсионерҙар – федераль социаль өҫтәмә алыусылар, коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтар һәм инвалид балалар өсөн “БР-ҙа туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү” программаһын бойомға ашырыуға “Ғаилә” бүлексәһе булышлыҡ күрһәтә, тип асыҡлыҡ индерҙе ул. Ғаризалар күп функциялы үҙәктә ҡабул ителә.
Тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе, әүҙем йәмәғәтсе Р. Асҡаров ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс формала Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһы һәм РФ Конституцияһы тураһында һөйләне. “Йәмғиәт сәләмәт булғанда, дәүләт нығый. Ә йәмғиәтте ғаилә институтын нығытыу, рухи- патриотик ҡиммәттәр нигеҙендә сәләмәт быуын тәрбиәләү ярҙамында ғына үҫтерергә мөмкин. Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлаусы барлыҡ хеҙмәттәрҙең, ведомстволарҙың, ижтимағи ойошмаларҙың тығыҙ бәйләнештә эшләүе мөһим. Был йәһәттән беҙҙең районда хәлдәр торошо яҡшы ғына. Өс яҡташыбыҙ – өс йәш егет бөгөн һаулыҡ тороштары буйынса бик ауыр хәлдә. Уларҙың икәүһе – әрме хеҙмәте ваҡытында, береһе эштә зәғифләнгән. Беҙҙең йәмәғәтселәребеҙ, айырым хеҙмәттәрҙең белгестәре, районда йәшәүсе граждандар бәләгә тарыған егеттәргә бергәләп ярҙамлаша башланы. Йәмәғәтселәр хеҙмәттән инвалид булып ҡайтҡан, документтарҙағы хаталар арҡаһында инвалидлыҡ юллай алмаған һалдаттың мәнфәғәттәрен яҡлап, РФ Дәүләт Думаһы депутаты И. Бикбаевҡа ҡабул итеүгә барҙы. Үҙ сиратында, депутат ярҙамлашырға вәғәҙә итте. Минеңсә, хәйриә эшмәкәрлеге, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү – былар ҙа кеше хоҡуҡтарын яҡлау эше булып тора,” – тип һөйләне Р. Асҡаров.
Осрашыуға йомғаҡ яһап, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар кеше хоҡуҡтары тураһында мәктәптә лә, ғаиләлә лә һөйләргә, аңлатырға кәрәк, тигән уртаҡ фекерҙе белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта бурыстар, үҙ ҡылыҡтарың өсөн яуаплылыҡ, закондарҙы белмәү нимәгә килтереүе тураһында ла аңлатыу мөһим.
С. Исмәғилева яҙып алды.
Читайте нас: