Иң тәүҙә урындағы дини ойошмаларҙың быйылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Ағымдағы йылда дин әһелдәре исемлеген Сүрбай, Яуын, Үрге Ҡыйғы ауылдары имамдары тулыландырҙы. Уларҙың барыһы ла республиканың дини белем биреү учреждениеларында уҡып сыҡҡан.
Сараның ҡунағы – БР мосолмандары диниә назараты мөфтөйө урынбаҫары А. Бирғәлин йәш быуынды тәрбиәләү, социаль өлкә проблемалары, яңы мәсеттәр төҙөгәндә килеп тыуған ҡаршылыҡтар тураһында һөйләне. Мәсет һалғанда проект документтарын әҙерләү һәм раҫлатыу төп проблемаға әүерелә, тип билдәләне ул. Был эште еңеләйтеү маҡсатында БР мосолмандары диниә назаратында мәсеттәр төҙөү буйынса комитет раҫланған. Хәҙер әҙер проекттарҙы һайлап алырға һәм ҡабаттан файҙаланырға мөмкин.
– Бөгөнгө ултырышҡа йомғаҡ яһап, дәүләт- конфессиональ мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләрҙе комиссия ағзалары менән берлектә хәл итергә кәрәклегенә иғтибар йүнәлтәм, – тине район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов үҙенең йомғаҡлау һүҙендә. – Шулай уҡ толерантлыҡ, барыһына ла тигеҙ мөнәсәбәт күрһәтергә, башҡаларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итергә кәрәк, – тип өҫтәне ул.
Көн тәртибендәге барлыҡ мәсьәләләр буйынса комиссия ағзалары ярашлы ҡарарҙар ҡабул итте һәм өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне.
М. Ҡазиханов, комиссия секретары.