Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 18:35

“МИН СӘЙҺЕҘ ТОРА АЛМАЙЫМ”

15 декабрь – Халыҡ-ара сәй көнө.Сәй популярлығы буйынса донъялағы бар эсемлектәр араһында беренсе урында тора, йыл һайын ер шарында 3 миллиардтан ашыу сынаяҡ сәй эселә. Ул һалҡында йылыта, йәйге эҫе һәм томрала сарсауҙы баҫа, хәлдән тайғанда, көс-ҡеүәт бирә.

Сәй төрҙәрен яҡшы белгән һәм был эсемлекте ихлас хушһынған Лида Мәүлит ҡыҙы Шәһивәлиева (Үрге Ҡыйғы ауылы) сәйҙең һәр төрөн ҡуллана. Ул сығышы менән Дүшәмбикә ауылынан, һөнәре буйынса агроном, оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда орлоҡсолоҡ белгесе булып эшләгән. Ауыл биләмәһендә үҫкән үҫемлектәрҙең файҙалы үҙенсәлектәрен яҡшы белә. Уның өйөндә сәй запастарының һәр төрө: беҙҙең яҡтарҙа киң таралыу алған боланут, аҡ сәскә (ромашка), гөлйемеш, ҡарағат, ҡара көртмәленән алып мелисса, бөтнөк, имбирь, бергамот һәм цитрус емештәре ҡушылғандарына саҡлы бар. Мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, урман еләге япраҡтарын әҙерләгән. Әлбиттә, шкаф кәштәләрендә Цейлон, Һиндостан, Ҡытай, Әзербайжан, Төркиә, Ҡаҙағстанда етештерелгән төрлө сортлы сәйҙәр ҙә етерлек. “Сәйҙең һәр төрөнөң үҙенә генә хас файҙалы үҙенсәлектәре бар, әммә был эсемлекте артыҡ файҙалырға ярамай. Уны уртаса кимәлдә генә ҡулланғанда ғына ул файҙа килтерә, унда иммунитет системаһын яҡшыртыуға булышыусы, яман шеш һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен киҫәтергә ярҙам итеүсе антиоксиданттар бик күп. Мәҫәлән, мин йоҡоһоҙлоҡтан интекһәм, бер сәй ҡалағы бал бутап, мәтрүшкә, мелисса йә иһә бөтнөк сәйе эсәм. Әгәр йөрәгем шаярта башлаһа, еркәүек (лабазник) үләнен бешерәм, ул һалҡын тейгәндә лә ярҙам итә. Тамаҡ ауыртһа – кейәү үләне (тимьян ползучий), ҡан баҫымы юғары булғанда ҡарағат сәйе эсәргә кәңәш итәм. Боланут (иван-чай) кәйеф, хәл-әхүәл яҡшы булыуға файҙалы,” – тип һөйләй Лида Мәүлит ҡыҙы тәмле һәм хуш еҫле сәй өҫтәле артында. Хужабикәнең дуҫ-иштәре күп, балалары, туғандары һәм яҡындары йыш килә. Уларҙың һәр береһенең ниндәй сәй яратҡанын белә һәм һәр ҡайһыһын яңы ғына бешерелгән хуш еҫле сәй менән ҡунаҡ итә.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы

Читайте нас: