Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 17:04

РӘСӘЙ ГРАЖДАНЫ БУЛЫУ – ҒОРУРЛЫҠ

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 25 йыллығы көнөндә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорттар тантаналы тапшырылды.

Тантаналы сара Советтар Союзы Геройы Д.С. Ракшин исемендәгге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ойошторолдо. Сарала район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, район Советы секретары А. Ғәйфуллин, йәштәр менән эшләү буйынса баш белгес В. Ғәниев, шулай уҡ рәсәй эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы буйынса бүлеге миграция пункты хеҙмәткәрҙәре:начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Уйылданова, паспортар биреүсе Д. Зәбиғуллина ҡатнашты. Сараны алып барыусы – китапхананың уҡыу залы баш китапханасыһы Г. Мирғәлина: “Беҙ был тантаналы көндөң хәтерегеҙгә уйылып ҡалыуын теләйбеҙ. Бөгөн был һеҙҙең тәүге аҙымығыҙ, ә алда – бөтә ғүмерегеҙ. Дәүләтебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып йәшәргә тырышығыҙ,” – тине, үҫмерҙәрҙе сәләмләп. Ҡыҙҙар һәм малайҙар рәсәй гражданы паспорты барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Көслө алҡыштар аҫтында 12 егет- ҡыҙға документтарын район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов тапшырҙы. Барлыҡ йыйылыусылар ҙа паспорт алыуҙың тулҡынландырғыс мәл булып тороуын билдәләне. Ошо ваҡыттан үҙ аллы һәм өлкән тормошҡа юл асыла, граждан хоҡуҡтары менән тулы кимәлдә файҙалана белергә генә түгел, үҙ эшҡылыҡтарың өсөн яуап тота белергә лә кәрәк. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән ижади номерҙар сараға байрам кәйефе өҫтәне. Сарала ҡатнашҡан ата- әсәләр әйтеүенсә, был көн мотлаҡ балаларҙың хәтерендә һаҡланып ҡаласаҡ. Уҡыусылар, үҙ сираттарында , ойоштороусыларға рәхмәт рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, рәсәй гражданы тигән яңы рәсми статусҡа эйә булыуҙары менән ғорурланыуҙарын белдерҙе.
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.

Читайте нас: