Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 17:22

ЙӘНЛӘНГӘН БОҘ ҺӘМ ҠАР

Үрге Ҡыйғы ауылында район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда Яңы йыл шыршыһы эргәһендә әкиәт һындарынан мөғжизәле батшалыҡ булдырыла.

Бында төп төҙөлөш материалы – боҙ киҫәктәре. Боҙҙо урындағы быуанан “Коммунальщик” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре киҫеп килтерә. Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәтенең МТЗ-1221 тракторында Т. Фазлетдинов ташый. Боҙ плиталарын автокран ярҙамында Ш. Закиров бушата (“С.З. Ғарипов” шәхси предприятиеһы). Артабан эшкә йәш һәм талантлы рәссам Эмиль Хәлиуллин тотона. Ул Бөрө ҡалаһындағы социаль- педагогик академияның художество - график факультетын тамамлаған. Студентлыҡ осоронда Бөрө ҡалаһында боҙ ҡаласыҡтарын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Йәш рәссам яһаған һындар: Ҡыш бабай, уның тәхете, һылыу Ҡарһылыу күҙҙең яуын алырлыҡ. Уларға ҡарап: “Был боҙҙан барлыҡҡа килтерелгән һалҡын матурлыҡ түгел, скульптор бар йөрәк йылыһын һалып эшләгәнгә күрә, йәнле һындар кеүек,” – тип уйлайһың. Ҡояш яҡтыһында скульптуралар тағы ла матурыраҡ булып күренә. Үтеп барыусылар Эмиль Рәис улының хеҙмәтенә һоҡланып бөтә алмай.
Э. Хәлиуллиндың ҡулында бысҡы менән ҡасау уйнап ҡына тора. Был эш бик сетерекле, ҙур һаҡлыҡ талап итә. Көндөң ни тиклем һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, скульптор бында иртәнән кискә тиклем эшләй. Сөнки байрамға һанаулы көндәр генә ҡала бит. Ауылдар халҡы үҙ ихаталарын, йорттарын шулай уҡ байрамға әҙерләй башлаған. Мәҫәлән, хеҙмәт ветераны, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы рәссам Евгений Белоусов үҙенең баҡсаһында бик матур итеп ҡарҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм ҡар бабай яһап ҡуйған (һүрәттә). Евгений Алексеевич уларға бар оҫталығын һәм ижади энергияһын һалған, тирә- яҡтағылар ҙа уның ижадын баһаламай ҡалмаған. Автор әйтеүенсә, бында шыршы ла ҡуйыласаҡ, 2019 йылдың хужаһы – сусҡа һыны ла яһаласаҡ.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: