Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2018, 17:18

Яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола

Башҡортостанда төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуы буйынса Салауат районының Малаяҙ ауылында яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды ойошторола.

Яңы эҙләү-ҡотҡарыу отряды республиканың төньяҡ-көнсығыш халҡын һәм биләмәһен үҙәк райондар менән бер рәттән һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш. Отряд М-5 Мәскәү–Өфө –Силәбе федераль трассаһы, Кропачево–Мәсәғүт–Әчит һәм Бөрө–Таҙтүбә Һатҡы төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары янында урынлаша. Хәҙер ҡотҡарыусыларҙың юл-транспорт ваҡиғаһында ярҙам күрһәтергә килеү ваҡыты күпкә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Отряд урынлашҡан урын ҙур һыу объекттарында – Йүрүҙән һәм Әй йылғалары буйлап һалда йөҙгәндә бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү өсөн дә уңайлы. Өҫтәүенә, ул республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә асылырға тейешле яңы туристик-рекреацион кластерҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә ала. Был – Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте составындағы иҫәп буйынса етенсе зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Унан алда ойошторолған алты отряд Өфөлә, Белоретта, Дүртөйлөлә, Күмертауҙа, Сибайҙа, Туймазыла урынлашҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда Башҡортостан буйынса юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнгән 100 кешегә 8,4 һәләк булыусы, ә төбәктең төньяҡ- көнсығыш райондарында иһә 100 зыян күреүсегә 15,7 һәләк булыусы тура килгән.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: