Декабрь айының һыуыҡ иртәһендә Первомайский ауылында йәшәүсе Ғәбделниса менән Барый Исмәғилевтәр ғаиләһендә бишенсе бала донъяға килә. Уға яратып француз исемен бирәләр – Марсель. Малай сәләмәт һәм шат күңелле булып үҫә. Мәктәп йылдарында уҡ саңғы спорты менән мауыға. 14 йәшендә ул саңғыла ВЛКСМ-дың район комитетына комсомол сафына инергә килә. Ауылда 7-се класты тамамлағас, уҡыуын Үрге Ҡыйғы ауылының 1-се һанлы урта мәктәбендә дауам итә. Артабан ике йыл “Новый мир” колхозында эшләй. 1958 йылда һәләтле һәм әүҙем егетте коммунистар партияһы сафына алалар һәм КПСС- тың район комитетына китапханасы итеп эшкә саҡыралар. Сәйәси ағартыу кабинетында эшләү менән бергә ул Мәскәү финанс-иҡтисад институтында ситтән тороп уҡый, райондың йәмәғәт томошонда әүҙем ҡатнаша, милицияға ярҙам күрһәтеү бригадаһының алмаштырғыһыҙ ағзаһы була һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлаусы халыҡ дружинаһы сафында тора. 1961 йылдың февраль айында ул дружинниктарҙың тәүге республика слетына делегат итеп һайлана. Йәш һәм маҡсатлы белгесте ВЛКСМ-дың район комитеты бюроһы ағзаһы итеп һайлайҙар, шулай уҡ “Комсомол прожекторы” штабы начальнигы вазифаһын йөкмәтәләр. Ул күп тапҡыр райондағы саңғы, шулай уҡ еңел атлетика һәм гер спорты ярыштары призеры була.
М. Исмәғилев 1959 йылда БАССР- ҙың 40 йыллығына арналған саңғы эстафетаһында ҡатнаша, саңғыла Яңы Балаҡатай ауылына һәм кире Үрге Ҡыйғыға тиклем 100 километр үтә. “Киләһе йылға республиканың 100 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, мин 60 йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, яңынан саңғыға баҫырға теләйем,” – тип бүлешә уй-тойғолары менән ветеран.
Уның тормошонда Совет Армияһы сафындағы өс йыллыҡ хеҙмәт ҙур роль уйнаған. “Учебка” үткәндән һуң ике йыл Тоцк ҡалаһында мотоуҡсылар дивизияһы штабында хеҙмәт итә, артабан танк полкының йәшерен делопроизводство бүлеге мөдире була. Өлкән сержант М. Исмәғилевтең дивизия һәм полк етәкселеге исеменән бирелгән егерменән артыҡ маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар. Ул бында ла саңғы спорты менән шөғөлләнә, 30 километрлыҡ марафонда ҡатнаша һәм финишҡа беренсе булып килә.
Демобилизациянан һуң уны райондың банк системаһына эшкә ебәрәләр, артабан ул СССР Дәүләт банкыһы Башҡортостан контораһының Федоровка һәм Оло Ыҡтамаҡ бүлексәләре етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Дүрт йыл “Ҡыйғы” мал һимертеү совхозы директоры булып эшләй. 1982 йылда уны “Башсельстрой” идаралығының ПМК-964 төҙөлөш ойошмаһына начальниктың иҡтисад буйынса урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар (һуңыраҡ “Башагропром- строй”ҙың “Ҡыйғы” МПМК-һы).
Яҡшы ойоштороусы һәм ярҙамсыл кешене 1992 йылда Үрге Ҡыйғы ауыл советы депутаттары урындағы ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуя. Был вазифаны башҡарыуҙа уны алмаштырған хеҙмәт ветераны Р. Мирғәлин: “Марсель Барый улының абруйы, алдан күрә белеү һәләте арҡаһында беҙҙә бөгөн ике ҡатлы, заман талаптарына яуап биргән ауыл советы бинаһы тора, – тип һөйләй. – Ул был бинаны төҙөүгә һәм ҡулланыуға тапшырыуға күп көс һалған. Күп йылдар бында өйләнешеүсе парҙарҙы һәм яңы тыуған балаларҙы теркәү тантаналары үтте. Бөгөн был бинала полицияның участка вәкиле кабинеты, шулай уҡ халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге урынлашҡан. Марсель Барый улы 12 йыл дауамында ауыл советы һәм дүрт йыл район советы депутаты булды”.
1995 йылда тәжрибәле һәм үҙ һөнәрен яҡшы белгән экономисты “Башавтодор” дәүләт унитар предприятиеһының Ҡыйғы участкаһына начальниктың иҡтисад буйынса урынбаҫары итеп саҡыралар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы юл тармағында эшләй. Ул “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән, “Башҡортостандың атҡаҙанған экономисы” маҡтаулы исеменә лайыҡ. Коллективында хөрмәт яулаған Марсель Барый улы 28 йыл ойошманың ветерандар советын етәкләй, район һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советы Президиумы ағзаһы булып тора. Ветеран бөгөн дә спорт һәм мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, төбәк һәм республика ярыштарында, конкурстарында район намыҫын яҡлай. Тормош иптәше Роза Рамазан ҡыҙы менән иртә яҙҙан алып көҙгә саҡлы баҡсала эшләйҙәр. Уларҙың сәскә түтәлдәре ауылда иң матурҙарҙан, шулай уҡ ҡыш та өй гөлдәре шау сәскәлә. Ял минуттарында йорт хужаһы ҡулына баян алып халыҡ көйҙәрен уйнап ебәрә.
Ул – ышаныслы тормош иптәше, ҡатыны менән ҡыҙҙары Зөлфиә һәм улдары Йәмилде тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар ата-әсәһе һөнәрен һайлаған, хәҙер ейәндәре ошо юлдан бара. Олаталары уларҙы намыҫлы, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булырға, бер кемде лә һүҙ менән дә, ҡырын эш менән дә ҡыйырһытмаҫҡа, тормош юлында осраған бар ҡыйынлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп ебәрергә өйрәтә. “Хаталарһыҙ был донъяла йәшәп булмай, балалар. Иң мөһиме, уларҙы ваҡытында төҙәтә белергә һәм бер ҡайсан да ҡабатламаҫҡа кәрәк,” – тип өйрәтә хеҙмәт ветераны.
Л. Саҙретдинова. Фото ғаилә альбомынан