Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2018, 17:30

Яҡташтар берекмәһе дуҫтарын йыя

Башҡорт дәүләт университетында беҙҙең район делегацияһы Өфө ҡалаһында йәшәүсе һәм эшләүсе яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

Осрашыуға беҙҙең райондан сыҡҡан билдәле кешеләр: “Сельские узоры” журналы баш мөхәррире, яҡташтар берекмәһе рәйесе Ғималетдин Яруллин, билдәле ғалим- әҙәбиәтсе, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты деканы Риф Әхмәҙиев һәм башҡалар килде.
2019 йылдың ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһында райондың ижад коллективтары концертын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы
И. Шәрәфетдинов әйтеүенсә, ижад коллективтары республика сараһына 20-нән ашыу иң яҡшы концерт номерын әҙерләй, һүрәттәр, Ҡыйғы оҫталары ҡул эштәре күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Советтар Союзы Геройы Д. Ракшин исемендәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Р. Мирғәлин район тарихына арналған ҙур экспозиция әҙерләнеүе тураһында белдерҙе. “Мөмкин тиклем күберәк яҡташтарыбыҙға хәбәр итеү өсөн, “Ватцап” мобиль ҡушымтаһында “Ҡыйғылар” тигән асыҡ төркөм булдырылған,” – тине Ф. Сафин.
18 декабрҙә 17.30 сәғәттә район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдиновтың һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибы Р. Кәримовтың БДМУ студенттары менән үтәсәк осрашыуы тураһында ла һүҙ барҙы.
Беҙҙең хәбәрсе.

Читайте нас: