Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2018, 19:51

Онлайн консультациялар

Республика социаль ярҙам үҙәге сайтында граждандарға социаль ярҙам сараларына хоҡуҡтары тураһында консультация биреү өсөн яңы интерактив сервис эшләй http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/Defaut.aspx.

Онлайн-сервис граждандарға социаль ярҙам сараларына, шул иҫәптән 70 төрлө социаль характерҙағы түләүҙәргә хоҡуҡтар хаҡында консультация биреүгә йүнәлтелгән.
Электрон сервистың эш алгоритмы ҡулланыусылар менән интервью үткәреүгә ҡоролған, уның һөҙөмтәләре теге йәки был тормош хәлен, ғаиләнең йәш буйынса тап килеүен, ҡулланыусыларҙың килем күләмен һәм ташламаларға статусын, шул уңайлы социаль ярҙамға хоҡуғын анализлауға йүнәлтелә.
Ҡулланыусы үҙе тураһында хәбәр иткән бар мәғлүмәт аноним анализлана, был персональ мәғлүмәттәрҙең һаҡлаулы булыуын гарантиялай.
Онлайн консультант ҡулланыусы һәм уның ғаиләһе ташлама алыу буйынса ниндәй категорияға ингәнен үҙ аллы асыҡлай, ғаилә ағзаларының йәшенән сығып, адреслы социаль ярҙамға хоҡуғын асыҡлау өсөн, йәшәү минимумын иҫәпләп сығара.
Уңайлылыҡ булдырыу маҡсатында дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталына һылтанма буйынса сығыу мөмкинлеге бирелгән, шул уҡ ваҡытта аныҡ төр социаль түләү алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталын шунда уҡ тура асыу мөмкинлеге бар.
Консультация алыу өсөн учреждение белгесенең ҡатнашыуы талап ителмәй, был тәүлектең һеҙгә уңайлы булған теләһә ҡайһы өлөшөндә ҡулланып, ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ граждандар биргән белешмәләрҙе тулыһынса иҫәпкә алмау һәм уларға хоҡуҡтары хаҡында тулы аңлатма бирмәү осрағын булдырыуға юл ҡуймай.

Читайте нас: