Яңы йыл алды тантанаһында ҡатнашырға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа йыйылды. Йыйылыусылар тамашала теләп ҡатнашты. Йыйылған халыҡты район башлығы Ш. Мөхәмәтдинов йылы ҡотланы. Район методика үҙәге белгестәре тарафынан әҙерләнгән театр-уйын программаһы, Яңы йылға хас булғанса, күңелле һәм сағыу үтте. Байрамдың иң күркәм өлөшө Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады булды. Әкиәт персонаждары костюмдарындағы ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клуб хеҙмәткәрҙәре балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән бергә, йырҙар йырлап, райондың төп шыршыһы тирәләй хороводта әйләнде, барыһын да күңелле ярыштар һәм уйындарға йәлеп итте. Байрам сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Боҙ ҡаласығы балаларҙың уйнау, саф һауала ял итеү өсөн иң яратҡан урынына әйләнгән дә инде. Уның үҙ матурлығы менән беҙҙе күпме ҡыуандырасағы үҙебеҙҙән тора. Боҙҙан яһалған матурлыҡҡа һаҡсыл булайыҡ!
С. Исмәғилева. Автор фотоһы.