Яңы йыл каникулы ваҡытында күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, Башҡортостан Республикаһы һалым органдары бюджет алдында бурыстар булыу-булмауын алдан тикшерергә һәм Яңы йыл башланғансы ирекле рәүештә түләп ҡуйырға кәңәш итә.
Һалымдарын ваҡытында түләмәгән граждандарға ҡарата мәжбүри түләтеү саралары күреләсәк. Һалым буйынса бурыс граждандың мөлкәте иҫәбенә йә иһә уның банктағы аҡсаһы иҫәбенә түләтелергә мөмкин. Шулай уҡ бурыс булыуы сит илгә сығыуҙы тыйыуға нигеҙ булып тора. Яңы йылды күңелле ҡаршылар өсөн, барлыҡ һалымдарығыҙ түләнгәнме икәнлеген тикшерегеҙ.
Ошоға ла иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ: бурысығыҙҙы эш биреүсе аша ла түләттереүҙәре мөмкин. Әгәр хеҙмәткәрҙең һалым буйынса бурысы булһа һәм ул 25 мең һумдан артмаһа, һалым органдары үтәтеү документын, суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп тормайынса, бурыслы кешенең эш урынына туранан-тура ебәрә ала. Был осраҡта эш биреүсе бурысты хеҙмәт хаҡынан күсерергә тейешле.
Бынан тыш, бурыслы гражданға ҡарата барлыҡ мөлкәтен (автомобиль, күсемһеҙ милек, ер участкаһы һ.б.) теркәү ғәмәлдәрен бойомға ашырыуға сикләү һалыныуы мөмкин.
23 декабргә тиклем һалым хеҙмәте офистары көсәйтелгән режимда: эш көндәрендә – 9.00–20.00, шәмбе 10.00–15.00 сәғәттәрҙә эшләй.
Шулай уҡ 23 декабргә тиклем Өфө ҡалаһының һәм төбәктең эре сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ республика күп функциялы үҙәге бүлексәләрендә һалым хеҙмәтенең мобиль офистары эшләй. Уларҙың эш графигы тураһында ентекле мәғлүмәт сайтта бирелгән:
www.nalog.ru Әгәр граждан һалым тураһында белдереү ҡағыҙын алмаһа, ул теләһә ҡайһы һалым инспекцияһына, күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә, “Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеү” сервисы йә иһә үҙ “Шәхси кабинеты” аша ғариза ебәрә ала.
Шулай уҡ килеп тыуған барлыҡ һорауҙар менән Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы “ҡыҙыу линияһы” телефонына шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 226-38-00.