Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2018, 19:18

“ЯҢЫРТЫУҘАР ЗАГС ОРГАНДАРЫНА ЛА ҠАҒЫЛДЫ”

18 декабрҙә ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Байрам алдынан Ҡыйғы районындағғы ЗАГС бүлеге начальнигы Ф. Мөхәмәтдинова менән осраштыҡ һәм бүлектең эш һөҙөмтәләре менән таныштыҡ.

– Һуңғы ваҡытта байтаҡ дәүләт учреждениелары үҙгәрештәр кисерҙе, алдынғы технологияларҙы файҙаланыуға индерҙе. Флорида Марат ҡыҙы, уҙған йыл дәүерендә һеҙең эшегеҙҙә ниндәй яңылыҡтар булды?

– Рәсәй Федерацияһының барлыҡ ЗАГС органдарының яңы программаға – Берҙәм дәүләт реестрына (ЕГР ЗАГС) күсеүе беҙҙең өсөн иң төп ваҡиға булып торҙо. Быға тиклем Рәсәйҙең һәр бер субъекты үҙ программаһы менән эшләһә, хәҙер беҙ эштең берҙәм төрөнә күстек һәм бөтә ил менән бергә берҙәм мәғлүмәттәр базаһын төҙөйбөҙ, ул тиҙҙән, 2020 йылға илдең һәр гражданы хаҡында белешмә сығанағы булып торасаҡ. Программа һәр көн яңырып һәм тулыландырылып торғанлыҡтан, беҙҙең эшебеҙҙә документтар тултырыу буйынса тотҡарлыҡтар, ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин. Шуның өсөн Ҡыйғы районы халҡынан беҙҙең эш ваҡытында килеп сыҡҡан тотҡарлыҡтарға аңлы ҡараш күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ.

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһында һәр ерҙә архивтағы ҡағыҙ яҙмаларҙы электрон мәғлүмәттәр базаһына күсереү (конверсия) башланды, был, үҙ сиратында, Берҙәм дәүләт реестрының бер өлөшө буласаҡ. Был бик мөһим процесс, хеҙмәткәрҙәрҙән ул күп ваҡыт, иғтибарлылыҡ һәм тырышлыҡ талап итә.

– Йыл аҙағына яҡынлашты, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, районда демографик хәл нисек тора?

– Дөйөм алғанда, күрһәткестәр былтырғы йыл кимәлендә. Районда барлығы 184 бала донъяға килгән, 84 пар никахтарын теркәне. Шуныһы үкенесле, вафат булыусылар һаны былтырғы менән сағыштырғанда күберәк. Дөйөм алғанда, бүлек эше хаҡында әйткәндә, район буйынса акт яҙмаларын теркәү буйынса йыллыҡ план күрһәткестәре үтәлде.

– Оҙаҡламай Яңы йыл каникулы башлана һәм күптәр байрам көндәрендә ЗАГС бүлегенең нисек эшләйсәге менән ҡыҙыҡһына.

– Беҙҙең эш үҙенсәлеге өс көндән артыҡ ял итеү мөмкинлеген бирмәй. 29 декабрҙә беҙ, барлыҡ дәүләт учреждениеларындағы һымаҡ, эшләйбеҙ. Шулай уҡ 2 һәм 6 ғинуарҙа район граждандары өсөн ишектәребеҙ асыҡ буласаҡ. Шуны ла әйтеп китке килә: 2018 йылдың 1 октябренән беҙ граждандарҙы 10.00–17.00 сәғәттәрҙә (төшкө ялға) 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем) ҡабул итәбеҙ.

С. Исмәғилева яҙып алды.
Читайте нас: