Юрий Васильевич һәр саҡ тыуған яҡтарын ғорурлыҡ һәм тулҡынланыу менән иҫкә алыр ине: “Минең Ҡыйғы районындағы тыуған ауылым Ләүзә – ғәҙәти булмаған урын. Мин тыуғанда, ул республикалағы иң оҙон ауыл булып торған – 12 километрға һуҙылған! Унда тәбиғәт бик матур, ә кешеләре данлыҡлы. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Дмитрий Сергеевич Ракшин Ләүзә ауылында тыуып үҫкән” (“Истоки” гәзите, 2009 йылдың 5 авгусындағы 31-се һан).
Уның быуыны – һуғыш балалары. Ләкин, бәләкәй булғанлыҡтан, ул йылдарҙы аҙ иҫләй.
“Әммә ике күренеш хәтеремә уйылып ҡалған. Беренсеһе – өләсәйем Матрена Григорьевнаның Украина өсөн барған алыштарҙа һәләк булған атайым Василий өсөн ҡайғырып илағаны. Ул ваҡытҡа өләсәйем улы Степанды, ейәне Ваняны һәм кейәүе Иванды юғалтҡайны инде. Һәм бына улы Василийға “ҡара ҡағыҙ” килде… Ул көндө беҙҙең кескәй генә өйөбөҙгә ауылдаштарыбыҙ килеп тулды, йәлләп минең башымдан һайпайҙар, “етем ҡалды” тиешәләр. Бындай иғтибар мине ғазаплай ине…
Икенсе күренеш 1945 йылдың 9 майы менән бәйле. Был көндө ныҡ итеп ҡар яуғайны, ҡар ябалаҡлап яуҙы. Әсәйем Еңеү хөрмәтенә үткәрелгән митингтан ҡайтты ла, ултырғысҡа “лып” итеп ултырып, һулҡылдап илап ебәрҙе. “Кемгә шатлыҡ, кемгә ҡайғы…” тигән һүҙҙәрен генә ишеттем. Ғөмүмән, заманалар бик ауыр ине, туйғансы ашау беҙҙең төп теләгебеҙ булды”.
Мәктәпкә Ю. Калашников 1947 йылда уҡырға төшә. Белемгә ынтылышы бик көслө була. Тырыш егет мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Юғары белем ала. 1963 йылда уны университет тәҡдиме менән СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрәләр. Унда аспирант булып китә. Артабан Ҡазанда диссертация яҡлай.
1970 йылдың октябрендә партияның өлкә комитеты бюроһында уны лектор итеп раҫлайҙар, ә йыл ярымдан өлкә комитеты лекторҙар төркөмөн етәкләй. “Белем” йәмғиәтенең республика ойошмаһы кураторы була. “Был эшкә мин ике тиҫтәгә яҡын ғүмеремде бирҙем, – тип хәтерләй ул. – Партия һәм дәүләт активы, эре хужалыҡтар етәкселәре менән таныштым. Эшем еңелдән түгел ине – йылына 150–200 лекция үткәрергә тура килде, һәр ҡайһыһынан һуң бик күп һорауҙар, ҡайһы саҡ бик киҫкен мәсьәләләр күтәрелә. Өфө нефть эшкәртеү заводында сығыш яһарға, ул ваҡытта предприятие етәксеһе булып эшләгән буласаҡ Президентыбыҙ М. Рәхимов менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килде. Һуңыраҡ М. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһын тапшырғанда минең турала “Партияның өлкә комитетының иң яҡшы лекторы булды,” – тип әйтеүе күңелемә сикһеҙ ҡыуаныс бирҙе”.
Юрий Васильевич 1990 йылдың 1 сентябренән БДУ-ла тарих фәненән уҡыта, доцент дәрәжәһен ала.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1993 йылда уны Юғары Совет Секретариаты яуаплы белгесе вазифаһына саҡыра. Яңы конституцион орган – Ҡоролтай ҡабул ителгәс, 1993 йылда уның Секретариаты төҙөлә. Юрий Васильевич Дәүләт Йыйылышы Рәйесе М. Зайцев етәкселегендә эшләй башлай. Дәүләт Йыйылышының икенсе саҡырылышы һайланғас, уны Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачевтың ярҙамсыһы итеп ҡуялар.
Ошо йылдарҙағы эшләү дәүерен иҫкә алып, Юрий Васильевич: “Башҡортостанда парламентаризм булдырылыуы һәм үҫешеүе, федераль үҙәк менән килешеү мөнәсәбәттәрен төҙөү, Башҡортостанда закондар сығарыу системаһын үҫтереү тураһында матбуғат баҫмалары өсөн мәҡәләләр әҙерләү беҙҙең эшебеҙҙең төп йүнәлеше булып торҙо,” – тип һөйләй.
Ныҡлап ауырый башлағансы 15 йыл дауамында Федераль яза үтәү хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы советнигы булып тороуы ла уның компетенциялылығын, тыуған республикаһына файҙалы булырға ынтылыуын раҫлай.
Ю. Калашников ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордены, “Хеҙмәт ветераны”, “Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалдары менән бүләкләнә. Ун йыл дауамында Өфө ҡала советы депутаты булып тора. Тормош иптәше Зоя Ильинична менән 50 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерҙеләр, ҡыҙҙары Светлананы (һөнәре буйынса табип) тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Юрий Васильевич минең яҡын дуҫым ине. Уның эш бүлмәһе партияның өлкә комитетында, һуңыраҡ БР Дәүләт Йыйылышында коммунистарҙың “штабы” булып торҙо. Ул тыуған районына ярҙам итергә ынтылды һәм хәленән килгәнсә ярҙамлашты. Беҙ күңелебеҙҙә уға ҡарата һәр саҡ рәхмәт тойғоларын һаҡларбыҙ.
Д. Кирханов. Үрге Ҡыйғы ауылы.