Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2018, 18:00

“Һәр шаяртыуҙа – күпмелер дөрөҫлөк”

Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың асыҡ КВН лигаһы төньяҡ-көнсығыш төбәк фестивале үтте. Унда биш райондан барлығы туғыҙ команда ҡатнашты. Фестивалдең дөйөм миҙгел темаһы – “Дуҫтар миҙгеле”, ә төбәк темаһы “Алтылағы – алтмышта” ине.

Ошо КВН-да Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбенән Вәлиев Артем, Ғәлимова Эльмира, Һиҙиәтуллин Мөхәмәт, Мәхмүтов Булат, Низамова Ания, Фәхретдинова Гүзәл, Нурмөхәмәтов Альмир, Нурмөхәмәтова Нәзифә, Сәғитов Вилүр уңышлы сығыш яһаны. Егеттәр һәм ҡыҙҙар йырланы, бейене, төрлө актуаль проблемаларҙы күтәрҙе.
“Өстармаҡ” командаһынан Һиҙиәтуллин Мөхәмәт “Иң яҡшы ир-егет роле” коминацияһында еңеүсе булды. Төбәк фестивалендә ҡатнашырға ярҙам күрһәткәндәре өсөн, команда Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөлөкөв Юрик Сәйфитдин улына, мәктәп директоры Гөлнур Фларит ҡыҙына оло рәхмәтен белдерә.
Л. Ғимашева, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

Читайте нас: