Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 19:05

“БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРА АЛАБЫҘ”

Радий Хәбиров үҙенең мөрәжәғәтендә нимәләргә иғтибар йүнәлтте?

Өфөләге Конгрес-холл тыңлаусылар менән тулды. Бында һәр саҡ етди һәм ҡараңғы сырайлы, оҡшаш кейемдәрҙәге депутаттар ғына йыйылмағайны. Республика етәксеһен тыңларға төрлө кешеләр саҡырылған. Бына республиканың беренсе Президентты Мортаза Рәхимов (зал уны,, элекке һымаҡ, баҫып алҡышланы), ә бына Рөстәм Хәмитов. Беренсе рәттә билдәле табип һәм сәйәхәтсе Эрнест Мулдашев күренде. Залда биш бала тәрбиәләгән ғаилә лә, бер үҙе ҡораллы енәйәтсене ҡулға алған ЮХХДИ хеҙмәткәре лә бар. Бөтә балкон блогерҙарға бирелгән – унан селфи яһау күпкә уңайлыраҡ. Төбәк башлығы залда йыйылыусыларға һәм телевизор, планшет экранына төбәлгән миллионлаған республикка халҡына нимәләр һөйләне һуң?
Дәүләттең ваҡ булмаған бурыстары тураһында
Тәүге минуттарҙа уҡ республика чиновниктарына Нью- Йорк ҡалаһының элекке мэры Рудольф Джулиани һымаҡ булыу бурысы ҡуйылды. Ул донъяның иң уңышлы мэрҙарынан һанала. Уның “ватылған тәҙрә теорияһы”на ярашлы, барыһы ла бик насар булғанда ла, көн һайын тырышлыҡ һалғанда, тормошто яҡшыраҡ итергә мөмкин. Мәҫәлән, ул криминаль Гарлемдан урта класс йәшәгән респектабелле район яһауға өлгәшкән. Әгәр бер генә “ватыҡ тәҙрә” менән килешкәндә лә, проблемалар хәл ителмәйәсәк.
– Балаларҙың түшәм емерелеп төшөргә торған мәктәптә уҡыуҙарына юл ҡуйырға ярамай. Кешеләрҙең сәғәттәр буйы поликлиникала, күп функциялы үҙәктә сиратта тороуы, ә ҡышын автобус туҡталыштарында өшөп тороуҙары менән килешергә ярамай. ХХI быуатта балаларҙың мәктәпкә дөм ҡараңғыла йөрөүҙәренә битараф ҡарарға ярамай.
Власть йорттарҙы яҡтылыҡ һәм йылылыҡ менән тәьмин итергә, уларҙа ремонт уҙғарырға, юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, урамдарҙа, ихаталарҙа һәм подъездарҙа тәртип һәм таҙалыҡ булдырырға бурыслы. Көндәлек эштә героик бер ни ҙә юҡ, республика халҡы нәҡ бына ошондай тәү ҡарашҡа ваҡ, әммә улар өсөн бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүебеҙҙе көтә, – тине Радий Хәбиров.
Ҡайҙан миллиард һум аҡса табырға?
Социаль мәсьәләләргә Радий Хәбиров барлыҡ ваҡытының яртыһын, ә бәлки, күберәгендер ҙә, арнаны. Ошо ярты сәғәт эсендә хөкүмәт тиҫтәләгән яңы йөкләмәләр алды. Мәҫәлән, республиканың барлыҡ халҡына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсациялар биреүгә миллиард һум табырға, инвалид бала ҡараған өсөн түләнгән пособие күләмен арттырырға, ошондай бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаларҙы реабилициялауға, шул иҫәптән шәхси үҙәктәрҙә, сертификаттар бирергә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә фатир сығымдары өсөн аҡса бүлеүҙе – 200 миллион һумға тиклем, биш һәм күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ишле ғаиләләргә торлаҡ алыуға аҡса бүлеүҙе 500 миллион һумға тиклем арттырырға кәрәк.
Ошо ваҡыт финанстар министры йөҙөндә эш масштабынан ҡурҡыу һәм хәсрәт сағылды кеүек. Ләкин уны беҙгә күрһәтмәнеләр. Ә йөкләмәләр яуҙы ла яуҙы.
– Әүҙемлек күрһәтегеҙ, үҙегеҙгә кәрәкле белгестәрҙе эҙләгеҙ, уларға социаль, көнкүреш йәһәтенән урынлашырға ярҙам итегеҙ. Улар алдында хатта йырлай һәм бейей алаһығыҙ – һеҙҙә ҡалһындар ғына. Һәм барлыҡ тырышлығығыҙ яҡташтарығыҙҙың сәләмәтлеге менән бүләкләнәсәк, – тине Радий Хәбиров табиптар етмәүе мәсьәләһенә туҡталып.
Бейеп йөрөүсе район башлығы? Быны күреү ҡыҙыҡлы булыр ине.
Матур йәшәргә кәрәк
Ҡалған ярты сәғәтте Радий Хәбиров “уңайлы мөхит”кә арнаны – һәр ерҙә матур, уңайлы, имен булырға, кешеләрҙә тыуған яҡтарын ташлап китеү фекере тыумаҫҡа тейеш.
– Мин ҡайҙа ғына халыҡ менән осрашһам да, уларҙы эш юҡлығы арҡаһында күпселек ир- егеттәрҙең республиканан ситкә эшкә китеүе борсой. Беҙҙең республика өсөн был бөгөн төп проблемаларҙың береһе, тип иҫәпләйем. Беҙгә яңы эш урындарын булдырырға кәрәк, шул уҡ ваҡытта лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән. Яңы производстволар асасаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы. Йә иһә бына ауыл хужалығы. Республика башлығы фекеренсә, ул беҙҙең иҡтисадтың иң перспективалы үҫеш нөктәһе була ала.
– Беҙ 350 миллиард һумлыҡ ҡулланабыҙ, иң яҡшы осраҡта, 170 миллиард һумлыҡ, йәғни беҙҙең потенциалдың яртыһынан кәмерәк етештерәбеҙ. Әҙер аҙыҡ-түлек түгел, нигеҙҙә сеймал һатып, ғәйәт ҙур табышты ҡулдан ысҡындырабыҙ, – ти Р. Хәбиров.
Төбәк башлығы йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының дүрттән бер өлөшөнөң башҡа төбәктәр вуздарына китеүенә лә туҡталды. Уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырыу өсөн, беҙҙең университеттар алдынғы Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш! Бының өсөн хөкүмәт йыл аҙағына тиклем Технополис – Республика фән һәм техноло- гиялар йортон төҙөргә, заманса вуз-ара кампус – ҙур ятаҡ төҙөү тураһында хәстәрләргә тейеш.
Йә иһә беҙҙең ихаталар. Уларҙың өс меңләбе кисектергеһеҙ ремонт талап итә. Быға алдағы йылда тағы ла 3,5 миллиард һум бүленәсәк, тағы ла бер миллиард – подъездарҙы ремонтлауға.
– Бындай программалар башҡа төбәктәрҙә эшләй инде. Алты йыл эсендә 26 меңдән ашыу подъезды йүнәтеүҙе һәм был проблеманы тулыһынса ябыуҙы планлаштырабыҙ, – ти Радий Хәбиров.
Башҡортостанда яңы девиз
Республикала тәүге булып “БЕҘ ЯҠШЫРАҠ БУЛДЫРАБЫҘ!” яҙыулы футболкалар сығара башлаусы алтынға күмеләсәк. Төбәк башлығы фекеренсә, нәҡ ошо һүҙҙәр алдағы йылдарҙа беҙҙең девизыбыҙ булып торорға тейеш, башҡа юл юҡ. “Башҡортостаныбыҙҙы тағы ла бөйөк итәйек!” (“Great again”) тигән һүҙҙәрҙе генә һайламаһаҡ.
ҺҮҘМӘ-ҺҮҘ
Нимә ул ғәҙелек?
Беҙҙең республикала ғәҙеллеккә ихтыяж һиҙелә, был көндәлек эштәрҙә, һәр кешенең тормошонда күренә. “Йондоҙҙарға” ынтылыр алдынан тәүҙә “ерҙәге”, ғәмәлдә халыҡ өсөн үтә мөһим ғәҙәти ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
Мин ғәҙеллекте нисек аңлайым?
Намыҫлы эшләгән кешеләр лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала.
Дәүләткә тиҫтәләрсә йыл ғүмерен арнаған ветерандар үҙҙәрен онотолған һәм ҡыйырһытылған итеп тоймай.
Бизнесҡа дәүләт ярҙамы “үҙебеҙҙекеләр”гә һәм “ситтәр”гә бүлеп ҡарамайынса күрһәтелә. Етәкселәрҙең “яратҡан” хеҙмәткәрҙәре юҡ.
Закон алдында барыһы ла тигеҙ.
Үҫешкән муниципалитеттар артта ҡалғандарға ярҙам итә. Ғөмүмән, көслөләр көсһөҙҙәргә – оло йәштәгеләргә, балаларға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, мохтаждарға ярҙамға килә. Сөнки был – ғәҙел. Ғәҙеллек – ул тағы ла кландар, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, әшнәлек булмауы. Ауылда үҫкән һәр ҡыҙ йә иһә егет, әгәр яҡшы уҡыһа һәм үҙ өҫтөндә эшләһә, үҙ йортонда – тыуған республикаһында мотлаҡ уңышҡа өлгәшә аласағын тойорға тейеш.
Был ҙур сарала Ҡыйғы районы делегацияһы составында район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, ““Красный Урал”” АПК--һы экономисы Ғәлиә Сибәғәтуллина,, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Ильнара Ғирфанова, Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы уҡыусыһы Мария Рабцевич ҡатнаштты. Беҙ уларҙың үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын һораныҡ.
Шамил Радил улы Мөхәмәтдинов, Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы:
– Был сара беренсе тапҡыр “Торатау” Конгресс- холында үтте. Традиция буйынса унда, БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, предприятиелар етәкселәре ҡатнашты. Радий Хәбировтың шәхси саҡырыуы буйынса хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән ябай граждандарҙың церемонияла ҡатнашыуы яңылыҡ булып торҙо. Был властың барлыҡ кимәлдәре һәм халыҡ араһындағы хеҙмәттәшлекте яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Республика етәксеһе закон сығарыусыларға һәм хөкүмәткә генә түгел, төбәктең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәтнамә эстәлеге буйынса һәр кем өсөн аңлайышлы, шул уҡ ваҡытта тәрән һәм бай йөкмәткеле, бик күп яңы идеялар һәм маҡсаттар менән тулы. Ул һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль яҡлау, торлаҡ, транспорт кеүек мөһим өлкәләргә ҡағылышлы.
Беҙҙең республиканың төп байлығы – уның кешеләре. Шуға ла Радий Хәбировтың республика Башлығы вазифаһындағы тәүге мөрәжәғәте халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөү, фән, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереү буйынса аныҡ бурыстар билдәләнде.
Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәрҙәре барышында күргән реаль проблемаларҙы атаны. Ике ай эсендә ул республиканың бик күп ҡала-райондарын күрергә, халыҡтың нисек йәшәүе менән танышырға өлгөрҙө. Уның сығышы аныҡ миҫалдарға, аныҡ кешеләрҙең яҙмыштарына нигеҙләнде. Төбәктең мөһим милли проекттарҙа ҡатнашыуы, инвесторҙар һәм федераль аҡсаны йәлеп итеү мөһимлеге билдәләп үтелде. Бөгөн республика сәнәғәтте үҫтереү, етештереү кимәлен арттырыу өсөн ҙур потенциалға эйә. Инвестиция эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бирергә кәрәк.
Аграр сектор республиканың артабанғы үҫеше өсөн локомотив булып торорға тейеш. Ауыл тормошоноң иғтибар үҙәгендә булыуы мөһим, сөнки ул туған телде, мәҙәниәтте, традицияларҙы һаҡлау өсөн фундамент булып тора. Ауыл хужалығы буйынса кадрҙар әҙерләү системаһын үҙгәртергә кәрәклеге лә бик дөрөҫ билдәләп үтелде. Уҡытыуҙы практика менән бергә төҙөргә кәрәк. Ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләнгән мәғариф учреждениеларын заманса техника менән тәьмин итеү мотлаҡ.
Ҡыҫҡаһы, Радий Хәбиров тарафынан аныҡ йүнәлештәр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйылды. Төбәк етәксеһе Радий Фәрит улының Мөрәжәғәтнамәһе беҙҙең – муниципаль берәмектәр башлыҡтары өсөн артабанғы эшкә ориентир булып тора.
Ғәлиә Сибәғәтуллина, “Красный Урал” АПК-һы экономисы:
– Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе ғәҙәти булмаған форматта яңғыраны, төбәк етәксеһе бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Был уның барлыҡ граждандар өсөн асыҡ булыуы, властың халыҡҡа йөҙ менән боролоуы тураһында һөйләй. Урындарҙа ла ошоно уҡ күрге килә.
Шуныһы һөйөнөслө, республика файҙаһына эшләгән ябай хеҙмәтсәндәргә: уҡытыусыларға, табиптарға, аграрийҙарға, эшҡыуарҙарға бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Күпселек ҡала- райондарҙа булырға өлгөргән яңы етәксе үҙ күҙҙәре менән күргән, һәр кем өсөн мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе: иҫке мәктәптәр, балалар баҡсалары, подъездар, майҙансыҡтар, ФАП- тар һ.б. Миңә аныҡ тәҡдимдәр яңғырауы оҡшаны. Мөрәжәғәттә аграр секторға лайыҡлы урын бүленде. Уны үҫтереп кенә ауылдағы инфраструктураны яҡшыртырға мөмкин.
Мин тағы ла ике мөһим мәсьәлә ҡуҙғатылыуына иғтибар иттем. Беренсеһе – республикала йәшәүселәр Төньяҡҡа эшкә йөрөргә мәжбүр булмаһын, бында эшләһендәр, ғаиләләренән айырылмаһындар өсөн, яңы эш урындары булдырыу кәрәклеге. Икенсеһе – уҡыусыларыбыҙҙың һәм студенттарыбыҙҙың, уҡыуҙарын тамамлағас, төбәктән ситкә китмәүе, үҙебеҙҙә ҡалыуы.
Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ҙә был эшкә ҡушыласаҡбыҙ һәм БР Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән барлыҡ бурыстарҙы һәм маҡсаттарҙы бойомға ашырыуға тырышлыҡ һаласаҡбыҙ.
З. Закирова һәм С. Исмәғилева яҙып алды.
Читайте нас: