Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2018, 19:42

КҮҢЕЛДӘРГӘ ШАТЛЫҠ ӨҪТӘП

Яңы йыл байрамы алдынан волонтерҙар төркөмө:Республика йәштәргә социаль - психологик , мәғлүмәт-методик ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы етәксеһе Р. Ҡыямова, “Ғаилә” төньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге Ҡыйғы бүлексәһе мөдире И. Ғарифуллин, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров, хеҙмәт ветерандары, Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылындағы филиалы уҡыусылары Ләүзә ауылындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар йорт- интернатына барҙы.

Ҡунаҡтар бында йәшәүселәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. Колледж филиалы уҡыусылары һәм үҙешмәкәр артистар Ф. Ҡыямов, Т. Кәримов ҡуйған концерт номерҙары приютта йәшәүселәр күңеленә хуш килде. Улар үҙешмәкәр артистарға ҡушылып йырланы, ҡайһы берҙәре бейергә төштө. Ф. Ҡыямов башҡарыуындағы баян көйҙәре аҫтында бар ҡайғы- хәсрәттәре онотолоп торғандай булды. Күңелдәре күтәрелеп, улар ҡунаҡтарға ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе. Яҡшы һүҙ, йылы ҡараш һәм ихлас әңгәмә һәр кемдең күңеленә нур өҫтәргә, өмөт- ышаныс бүләк итергә һәләтле.
Л. Саҙретдинова. Автор фотоһы.

Читайте нас: