Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 17:33

БАРЛЫҠ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БАР

Мәскәүҙә Владимир Путиндың 14-се матбуғат конференцияһы үтте

3 сәғәт 43 минут эсендә Президентт 53 журналистың 68 һорауына яуап бирергә өлгөрҙө.
Түбәндә ил Президентының һәр кешегә ҡағылышлы һорауҙарға яуаптарын бирәбеҙ.

Пенсия реформаһы һәм иҡтисад тураһында
Журналистарҙың береһе Президентың пенсия реформаһын ғәмәлдән сығарыуын һораны. Владимир Путин, әгәр ысынлап та мохтажлыҡ булмаһа, пенсия йәшен арттырмаҫ инек, тип яуапланы. Үҙгәрештәр эшләмәүсе граждандар артыуына бәйле индерелгән. “2000 йылдар башында һәм уртаһында, пенсия йәшен арттырыуға ҡырҡа ҡаршымын, тип ҡабатлай килдем. Ул саҡта быны эшләү мөмкин дә түгел ине. Хәҙер барыһы ла ҡырҡа үҙгәргән. Тенденция шундай: эшләмәүсе кешеләр эшләүселәргә ҡарағанда күберәк. Хәҙер башҡармаһаҡ, һуңынан кинәт күсергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Әгәр был тенденциялар булмаһа, юл ҡуймаҫ инем.
Реформаның нисек ҡабул ителәсәген алдан белә инем, ләкин ул ҡотолғоһоҙ,” – тине Путин. Владимир Владимирович илдә уртаса ғүмер оҙонлоғоноң бер ни тиклем артыуын, 72,7-нән 72,9-ға
етеүен билдәләне. Президент әйтеүенсә, пенсия күләме лә 14163 һумға тиклем артҡан. Дәүләт
башлығы тулайым эске продукттың 1,7 процентҡа, халыҡтың реаль килемдәре 0,5 процентҡа артыуын да билдәләп китте.

Финанс хеҙмәттәр һәм ойошмалар һайлауҙа ярҙам
Әгәр алдағы ике йылда иҡтисад үҫеше йылына 2% кимәлендә көтөлһә, 2021 йылдан хөкүмәт уны
3 процентҡа еткереүҙе планлаштыра. “Иң мөһиме – беҙгә иҡтисадтың бөтөнләй башҡа лигаһына инергә кәрәк,” – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Путин. Иҡтисад күләме буйынса лайыҡлы урын алыу Рәсәйҙең хәленән килерлек, тип билдәләне ул. Владимир Путин журналистарға, илдә газ запасы етерлек, тип тә белдерҙе. “Газ бөтмәйәсәк әле,” – тип вәғәҙә итте Президент.

Тышҡы сәйәсәт
РФ-ның тышҡы сәйәсәтендә төп маҡсат булып, Рәсәй донъя аренаһында лайыҡлы урын алһын
өсөн, ил үҫеше өсөн шарттар булдырыу тора.

Хаҡтарҙың артыуы тураһында
Өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуына бәйле, хаҡтарҙың һәм инфляцияның бер ни тиклем
артыуы көтөлә. Был ҡыҫҡаса күренеш булыр, тигән ышаныс белдерҙе Путин. “Йыл башында
ғына бер ни тиклем хаҡтарҙың һәм инфляцияның артыуы күҙәтелер һәм һуңынан барыһы ла үҙ
урынына ҡайтыр, тип иҫәп тотам,” – тип билдәләне Президент. Киләсәктә инфляция “барыбер
кәмейәсәк”, тип өҫтәне ул.

Сириялағы конфликт тураһында
Матбуғат конференцияһында Сирия темаһы ла урап үтелмәне. Ислам дәүләтенә (РФ территорияһында тыйылған террористик ойошма) ҡаршы көрәш уңышлы бара.

Төбәкттәрҙәге оппозиция тураһында
Президент ҡайһы бер төбәктәрҙә оппозиция партияларының еңеүенә үҙ ҡарашын да белдерҙе.
Владимир Путин быны проблема тип баһаламай.
“Әгәр һайлаусылар “Берҙәм Рәсәй” партияһынан булмаған аныҡ кешегә өҫтөнлөк биргән икән,
был – уларҙың ҡарары. Һәр яңы һайланған төбәк етәксеһенә һәр яҡлап ярҙам итәсәкмен. Һайланған
төбәк етәксеһенең үҙенең дә юғары кимәлдә эшләүе, халыҡҡа биргән вәғәҙәләрен үтәүе мөһим,”
– тип һыҙыҡ өҫтөнә алды В. Путин.

2018 йылдың төп ваҡиғалары тураһында
Владимир Владимировичтың фекеренсә, Рәсәй Президентын һайлау һәм футбол буйынса донъя
чемпионаты уҙып барған йылдың төп ваҡиғалары булып торҙо.

С. Исмәғилева әҙерләне.



Читайте нас: