Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2018, 19:04

“БЕҘ ОШОЛАЙ КҮРӘБЕҘ”

Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт йортонда Ҡыйғы балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыусыларҙың эштәренән торған 1-се күргәҙмә үтте. Сәнғәттең был төрөндә тәүге аҙымдарын яһаусы һәр бала үҙ ижади эше ярҙамында ҡараштарын, хыялдарын аңлатыуға һәм ниндәйҙер тәҡдимдәр индереүгә өлгәште.

“Беҙ был бүлектең етәксеһен дөрөҫ һайлағанбыҙ. Ул дәртле, тырыш педагог, балаларға үҙ белемдәрен оҫта тапшыра, уҡыусылары ла уны ярата, һәр дәрескә теләп йөрөй,” – тип һөйләй Зилә Риф ҡыҙы Бурованың эше хаҡында учреждение етәксеһе Г. Минһажева. Был кистә күргәҙмәләр залы буйынса экскурс, тематик концерт номерҙары бик урынлы булды. Күргәҙмәне ойоштороуҙа йәш рәссамдарҙың (дизайнер, һынлы сәнғәт оҫталарының) ата-әсәләре лә ситтә ҡалманы. Улар “Тәмлекәстәр” тип аталған кондитер әйберҙәр күргәҙмәһен, һуңынан фуршет өҫтәле әҙерләне. Р. Хәсәнова.
З. Бурова фотоһы.

Читайте нас: