Быйыл конкурста район мәғариф учреждениеларының 13 уҡытыусыһы ҡатнашты. Конкурсанттарға бик күп һынауҙар аша үтергә тура килде: таныш булмаған класта асыҡ дәрес үткәреү, үҙ
Интернет-ресурсы менәнтаныштырыу, оҫталыҡ дәресендә белем биреү технологиялары һәм инновацион күнекмәләр менән уртаҡлашыу, конкурс көнөндә иғлан ителгән тема буйынса эссе
яҙыу. Һынауҙар һөҙөмтәһендә “Мәғариф проекты” һәм “Мәғариф сәйәсәтселәренең түңәрәк өҫтәле” турҙарында ҡатнашыусылар билдәләнде. “Мәғариф проекты” конкурс заданиеһы барышында 4–5 кешенән торған төркөмдәр мәғарифтағы проблемаларға үҙ ҡараштарын, уларҙы хәл итеү
юлдарын, командала һөҙөмтәле эшләй, үҙ-ара конструктив эш итә белеү һәләтен күрһәтте.
“Мәғариф сәйәсәтселәренең түңәрәк өҫтәле” район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев ҡатнашлығында үтте. Үҙ һөнәренә бар күңеле менән бирелгән, янып эшләгән, үҙ эш алымдарын яҡшыртырға ынтылған фекерҙәштәрҙең төплө һөйләшеүе барҙы, тип ҡыйыу рәүештә әйтергә
мөмкин. Фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә проблемаларҙы хәл итеү юлдары ғына табылманы, еңеүселәр билдәләнде. Быйылғы конкурс Түбәнге Ҡыйғы педагогтарының риумфы менән хәтерҙә
ҡаласаҡ. Ошо мәктәптең география уҡытыусыһы Алия Ғиззәтуллина – конкурстың Гран-приһын, физика һәм математика уҡытыусыһы Алмаз Ғиззәтуллин – I урын, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү
фәне уҡытыусыһы Илназ Мөхөтдинов II урын яуланы. III урынға Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе математика уҡытыусыһы Анастасия Әхмәтдинова лайыҡ булды.
Үрге Ҡыйғы лицейының математика уҡытыусыһы Гүзәл Мортазина – “Уҡытыусы-остаз”, Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе музыка уҡытыусыһы Айгөл Ишмөхәмәтова – “Перспективалы уҡытыусы”, Йыланлы урта мәктәбе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алия Сәитова – “Балаларға
йөрәгемде бирәм”, Туғыҙлы төп дөйөм белем биреү мәктәбе инглиз теле уҡытыусыһы Данис Йәнгиров “Үҙ эшенең оҫтаһы” номинацияһында билдәләп үтелде. Беҙ конкурсанттарҙы уңыштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, тормош именлеге, яңынан- яңы ҡаҙаныштар һәм ҡыҙыҡлы
идеялар теләйбеҙ.